Ҡунаҡтарҙы һәм делегаттарҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов сәләмләп, ҡыҫҡаса район ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина үҫеп килгән быуында туған телгә һөйөү тәрбиәләү эше, ғаилә ҡиммәттәре, берҙәм булып, йәштәргә һәр яҡлап өлгө булып йәшәү мөһим тип билдәләне. Илдус Фәнил улы ла йыйылыусыларҙың иғтибарын халҡыбыҙҙа быуындан-быуынға күсә килгән матур йолаларын дауам итеп, үҙ телебеҙҙе һаҡлап, йәштәр менән эшләүҙең мөһимлегенә йүнәлтте. Район башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Илдар Моратов ҡоролтайҙың һуңғы осорҙағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Артабан VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды.