+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
17 Мая 2024, 05:00

Эй, яҙмыш, яҙмыш...

Йәлембәт ауылында 87 йәшлек Зөбәржәт Нурғәли ҡыҙы Дәминова йәшәй. Уның тормошо еңелдән булмай, иңенә яҙмыш һынауҙары төшә. Шуныһы ғәжәп, Зөбәржәт инәйҙең хәтере бик яҡшы! Ул хатта бер нисә тиҫтә йыл элек булған ваҡиғаны шунда уҡ хәтерләп һөйләй. Беләһегеҙме, Зөбәржәт инәй кеүек тарихыбыҙҙы быуындан-быуынға еткереүсе кешеләр менән аралашыуы еңел һәм ҡыҙыҡлы. Беҙҙең оҙон әңгәмәбеҙ Зөбәржәт инәйҙең өйөнөң төпкө яғында үтте. Өйҙәге тәртип, бөхтәлек шунда уҡ күҙгә салына. Хужабикәнең уңғанлығын өйгә ингәндә үк күреп була: буялмаған тупһа һәм иҙән таҡталары ҡырып йыуылған, өр - яңы кеүек.

Эй, яҙмыш, яҙмыш...Эй, яҙмыш, яҙмыш...
Эй, яҙмыш, яҙмыш...

Ул Йәлембәт ауылында тыуып-үҫкән. Ата-әсәһен яҡшы хәтерләй, шулай уҡ ир-егеттәрҙең фронтҡа киткәне ныҡлы иҫендә ҡалған:
- Тәҙрәнән ҡарап торам. Флагтар эленгән тәгәрмәсле трактор үтеп китте. Өлкәндәрҙең береһе: «Китәләр» тине, - тип һөйләй бала саҡта хәтерендә уйылып ҡалған ваҡиғаларҙы Зөбәржәт инәй. - Атайымды йәше буйынса фронтҡа алманылар, әммә ул хеҙмәт армияһында булды. Ике ағайым мәктәптә уҡый ине, шуға күрә яҡындарымдың береһе лә фронтта булманы. Әммә мин аталарын һуғышта юғалтҡан балаларҙың күҙ йәштәрен күреп үҫтем. Һәм бына тағы ла Көнбайыштан ауыр хәбәрҙәр килә...
Ул тыуған ауылында башланғыс мәктәптә уҡый, һуңынан уҡыуын күрше Һарайҫа ауылында дауам итә.
- Элек мәктәп зыярат эргәһендә ине, хәҙер был урында ырҙын табағы урынлашҡан. 1953 йылда Йәлембәт ауылында ағас мәктәп төҙөлдө, уның стеналары элекке мәсет ағасынан күтәрелде. Урта мәктәп 7 ноябргә әҙер булды, был көндө дәрестәр булманы, сөнки барыһы ла кластарҙы йыйыштырып йыуҙы. Утын алдан әҙерләнгәйне, кем әҙерләгәнен белмәйем, беҙгә әйтмәнеләр, әммә киләһе йылдарҙа ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың иңенә төштө. Ауыл далала урынлашҡас, урман күп булған урындарҙан диләнкә бүлделәр, беҙ Айҙарәле эргәһендәге Васильевкаға утынға йөрөнөк. Яңы мәктәпкә һигеҙенсе класҡа барҙым. Һигеҙенсе кластарға 70 бала йыйылды! Беҙ барыбыҙ ҙа уҡырға теләнек, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында барыбыҙға ла мәктәпте тамамларға тура килмәне. Беҙ мәктәпте тамамлау кисәһен ойошторорға ҡарар иттек. Колхоз рәйесе Сөләймән Фәйзуллин менән Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновты саҡырҙыҡ. Улар беҙгә изге теләктәрен еткерҙе, уңыштар теләне. Беҙгә аттестат тапшырғанда күп уҡыу йорттарында документтар ҡабул итеү тамамланғайны. Мин педагогия институтына документтарымды тапшырып өлгөрҙөм, әммә һайлау конкурсын үтмәнем. Имтиханда яҙған изложениела бер һөйләм дөрөҫ төҙөлмәгән һәм бер пунктуацион хата булған. Ауылға ҡайттым. Башҡа барыр урын булмағас, фермаға иҫәпсе булып эшкә урынлаштым. Миңә комсомол эшен дә тапшырҙылар, йәнәһе, йәш, шәп, булдырырһың тинеләр. Аҙбар түбәһен ябыу, ҡышҡылыҡҡа һалам әҙерләү һәм башҡа күп кенә юғарынан ҡушылған эштәрҙе башҡарыу өсөн һигеҙ ауылдың йәштәрен берләштерергә кәрәк ине. Аныҡ талаптар ҡуйылды. Декабрь башында Ҡабыҡҡыуыш ауылына олатайыма барып килергә ҡарар иттем, ә иртәгәһенә ағайым килде:
- Зөбәржәт, һиңә хат, - тине ул ингәс тә. - Бик мөһим, ахыры.
Конвертты асҡас, бер секундҡа ҡатып ҡалдым. Хат ҡыҫҡа ине: «Түбәнге Шәкәр ауылында мәктәпте яптылар. Барырһың, мейес яғырһың. Уҡыта башларһың» һәм РОНО мөдиренең ҡултамғаһы. Мин шунда уҡ ҡайтырға сыҡтым һәм әйтелгән мәктәпкә инеп сығырға булдым. Күргәнемдән шаҡ ҡаттым: һыуыҡ, шыҡһыҙ класта ике малай уйнап йөрөй, ә иҙән уртаһында ишек ятҡанын күреп, илағым килде, әммә тыйылдым. Ағайым мейескә яғырға утын эҙләп килтерҙе, ишекте урынына ҡуйҙы, ә мин ауыл буйлап йәшәп торорға өй эҙләп сыҡтым. Бер инәйҙә туҡталдым, әйберҙәремде, урын-кәрәк яраҡтары алып килдем һәм икенсе көн эшкә сыҡтым. Өсөнсө көнгә РОНОнан тикшереү менән инспектор килде.
- Быға тиклем ҡайҙа уҡынығыҙ? - тине ул етди тауыш менән.
- Бер ҡайҙа ла уҡыманым, - тип яуап бирҙем.
Ул бөтә талаптарға ярашлы төҙөлгән дәрес пландарын күреп ғәжәпләнде. Быны аңлатыуы еңел: беҙҙә йыш ҡына уҡытыусылар йәшәп торҙо, ҡайһы ваҡыт уларҙың дәрескә план төҙөгәнен ҡарай торғайным. Инспектор ҡәнәғәт ҡалды. Был мәктәптә мин бер ай ғына эшләнем, ошо ауыл кешеһе Йәлембәт мәктәбенән бында эшкә күсте. Мине Йәлембәт мәктәбенә лаборант итеп эшкә алдылар. Мөмкинселек булмағанлыҡтан, артабан уҡып булманы. Әсәйем мәрхүмә булды, мин ағайым менән уның ҡатыны ҡарамағында ҡалдым, уҡыу ҡайғыһы ла булманы...
Тиҙҙән әңгәмә геройыбыҙ кейәүгә сыға. Йәлембәт ауылынан Сәһәрйәр Дәминов һәйбәт тормош иптәше һәм дүрт балаларына хәстәрлекле атай була. Әммә уларға бәхетле тормошта оҙаҡ йәшәргә насип булмай - йәшләй генә ире аварияға осрап һәләк була. Зөбәржәт Нурғәли ҡыҙы 40 йәштә тол ҡала, кесе улдары Фәүҡәткә өс йәш тә дүрт ай була.
- Ул ваҡытта өлкән ҡыҙыбыҙ Зөлфиә Бөрө фармацевтика училищеһын тамамлай ине. Мәктәптә ла яҡшы уҡыны. Ҡулына аттестат алғас китапхана техникумына уҡырға барырғамы, әллә фармацевтҡамы тип уйланды. Һигеҙенсе кластан һуң китапхана техникумына алмайҙар ине, шуға Бөрө ҡалаһына барҙыҡ. Уҡырға инде. Фатир табырға ҡалды, сит ҡалала рус телендә насар һөйләшкәнгә күрә был мөмкин түгел һымаҡ тойолдо. Оҙаҡ уйлап тормай, ҡатын-ҡыҙҙар һыуға килгән ҡойо эргәһенә барҙым. Бер ҡатындан айына 150 һумға фатир белештем, ҡиммәтерәк, нимә эшләйһең, баланы уҡытырға кәрәк! Һәм ҡыҙыбыҙ тырышып, яҡшы уҡыны.
Сәһәрйәр алынған йәрәхәттәрҙән дауаханала вафат булды. Мин бер аҙнанан ашыу уның эргәһендә булғанда балалар өйҙә үҙҙәре йәшәне, улар бала саҡтан үҙ аллы булып үҫтеләр. Фармацевтҡа уҡыған өлкән ҡыҙыбыҙ Стәрлетамаҡҡа эшкә урынлашты, кесе ҡыҙыбыҙ Гөлфинә педагогия институтының физика - математика факультетында уҡыны, әлеге көндә Мәләүез ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Өлкән улыбыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Новоивановка ауылында өй һалдылар, шунда күсергә уйлайҙар. Кесе улыбыҙ Фәүҡәт вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, ғаиләһе менән Стәрлебашта йәшәй. Балаларым миңә ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итте. Ошо үҙе бәхеттер!
Әммә бәхеткә юл урау-урау һәм һикәлтәле була. Күп эшләргә тура килә - мәктәптә китапханасы, интернатта тәрбиәсе, оҙайтылған көн төркөмөн алып барырға. 1965 йылда яңы ҙур мәктәп төҙөлә. Төҙөлөштә Зөбәржәт Дәминова әүҙем ҡатнаша.
- Йәлембәт, Макеевка, Өмөтбай мәктәптәрендә өлкән пионервожатый булып эшләгән йылдарым айырыуса хәтерҙә ҡалды. Ярты көн Йәлембәттә пионерҙар менән эш алып барҙым, һуңынан йәйәүләп Макеевка ауылына яңы ғына сыҡҡан «Взвейтесь кострами» йырын балаларға өйрәтергә йөрөнөм. Ә уҡыусылар менән күпме шәкәр сөгөлдөрө утаныҡ!? Элек бөтә мәктәптәрҙә лә хеҙмәт һәм ял лагерҙары булды, унда мине ойоштороусы итеп тәғәйенләнеләр. Был шундай ҙур яуаплылыҡ ине! Бер үк ваҡытта 60 баланы ҡарап өлгөрөп, уларҙың хеҙмәтен һәм ялын ойоштороуы еңел булманы. Үҙем уларға ашарға әҙерләнем, колхоз аҙыҡ-түлек һәм ит бүлә ине. Көҙөн барыһы ла, шул иҫәптән мин дә, Фәүҡәт улым менән шәкәр алдыҡ, ул да сөгөлдөр утарға йөрөнө. Киләһе йылдарҙа мәктәп эргәһендәге участка эшен ойошторҙом, унда ҡарағат күп үҫә ине, уҡыусылар менән йыябыҙ. Йыйған ҡарағатты халыҡҡа һаттыҡ, ҡырҡар банка ҡайнатма эшләй торғайныҡ, ҡыяр үҫтереп килограмын егерме һумдан һаттыҡ, һатыуҙан ҡалғанын тоҙланыҡ. Һуған уңышы күп була торғайны. Был турала хатта гәзиттә яҙҙылар - гектарынан 130 центнер уңыш ала торғайныҡ.
Ветеран бөтә мәктәп директорҙары, педагогтар тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай. Һәр коллегаһын исемләп хәтерләй, уларҙың артабанғы тормошо нисек булғанын белә. Ул ауырлыҡтарҙан, хеҙмәттән ҡурҡмай, ниндәй ҙә булһа эшкә тотона. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул башҡа ҡатын-ҡыҙ бәхетен татымай, бар ғүмерен балаларына, эшкә бағышлай. Яңғыҙ ҡатын өсөн әҙәп-әхлаҡ ябай һүҙҙәр булмай, ул тормош юлын лайыҡлы үтә.
- Балаларым нимә тип әйтер тип һәр ваҡыт уйланым. Уларҙың миңә ҡарата мөнәсәбәте ниндәйҙер ир-аттыҡына ҡарағанда һәр ваҡыт мөһим булды, - ти ул тағы бер тапҡыр кейәүгә сығыу мәсьәләһе тураһында. - Балаларымдың күҙҙәренә тура ҡарарға оялмайым.
Зөбәржәт Нурғәли ҡыҙы әүҙем тормош менән йәшәй. Ул ауылда, илдә, донъяла барған ваҡиғалар менән даими ҡыҙыҡһына. Тәҙрәһенән бар ғүмере үткән мәктәп күренеп тора. Күптән түгел уға ярҙам итергә класс етәкселәре Фирүзә Иҫәнсурина менән уҡыусылар килгән. Зөбәржәт инәй үҙ сиратында уларҙы сәй, тәмлекәстәр менән һыйлаған.
Ул йыш ҡына мәктәп территорияһында барған сараларҙы күҙәтә, үткәндәрҙе хәтерләй.
- Тормошта иң иҫтә ҡалған ваҡиғаны әйтә алаһығыҙмы? - тигән һорау бирҙек әңгәмә һуңында.
- Бесән ваҡыты, түҙеп торғоһоҙ эҫе, йәйге селлә. Хәлем бөтөп, арып көскә өйгә ҡайтып еттем, аш өйө күләгәһенә ултырҙым. Урамдан Фәүҡәт улым йүгереп ҡайтты, мин эштә булғанда ул өйҙә ултырмай ине, мин ҡайтҡансы урамда балалар менән уйнаны. Улым эргәмә килеп ултырҙы, ә минең уны ҡосаҡлап, башынан һыйпарға ла хәлем юҡ. Шул ваҡыт үҙе мине һаҡ ҡына ҡосаҡлап алды... Ошондай ваҡиғалар онотоламы...?

Фаягөл ЙОСОПОВА. Р.ЙӨҒӘФӘРОВ фотоһы.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас