Һайлауға һәр кем үҙенсә әҙерләнеп бара. Мәҫәлән, Күндерәк ауылында йәшәгән Бүләковтар һайлауға ғаиләһе менән килгән ине. "Бөгөн беҙ республикабыҙ киләсәге өсөн генә түгел, балаларыбыҙҙың именлеге өсөн дә тауыш бирәбеҙ. Шәхси үрнәк менән балаларыбыҙға гражданлыҡ бурысын үтәргә өйрәтәбеҙ, ти Инзилә Рифат ҡыҙы Бүләкова. Бөгөн ул һайлауға килене Әлиә һәм ейәнсәре Элина менән килгәйне. Иң беренселәрҙән булып килгән һайлаусы булараҡ, уларға иҫтәлекле бүләк тә тапшырылды.
Хаҡлы ялдағы Рамазан Түлебергенов та иң тәүге килгән һайлаусыларҙың береһе. Рамазан Шәмсетдин улы бөтә ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Тырыш хеҙмәте өсөн район һәм республика кимәлендәге байтаҡ наградаларға эйә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә район халҡы Башҡортостан Башлығын, район һәм урындағы Советтарға депутаттар һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Стәрлебаш районында һайлау участкалары 6, 7 һәм 8 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләй.
Башҡортостанда 6, 7 һәм 8 сентябрҙә һайлау барышында “Рәхмәт-2024” традицион акцияһы үткәрелә. Ғаиләләре менән һайлау участкаһына килгәндәргә QR-билеттар тапшырыла (шул иҫәптән – балаларға ла). Был билеттар ҡиммәтле приздар отоу форсаты бирә. Төп приздар – фатирҙар, автомобилдәр, квадроциклдар һәм башҡалар. Тулыраҡ мәғлүмәт рахмат.рф сайтында.