Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ваҡытында ауылдаштарын, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир - егеттәребеҙҙең яҡындарын, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе район гәзитенә яҙҙыртыу буйынса редакция уҙғарған акцияла ҡатнашыусыларҙың күп булыуы һөйөндөрә.
Был акцияға яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Данир Гайнуллин да ихлас ҡушылды һәм 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына ауылдаштарын "Стәрлебаш шишмәләре" район гәзитенә яҙҙырҙы.
Әйткәндәй, район гәзите ойошторған акцияларҙа Данир Әхмәҙи улы йыл һайын ҡатнаша. Редакция коллективы һәм гәзит уҡыусылар исеменән Данир Әхмәҙи улына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм эшендә уңыштар, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!