+24 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
22 Ноября 2024, 05:10

Район гәзите лә матур бүләк!

Киләһе йылға ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу дауам итә. Был йәһәттән беҙҙең “Стәрлебаш шишмәләре” редакцияһында бик матур акция ойошторолдо. Шуға ярашлы, теләгән һәр кем үҙҙәренең яҡындарына киләһе йылға бүләк итеп район гәзитен яҙҙыра ала.

Район гәзите лә матур бүләк!Район гәзите лә матур бүләк!
Район гәзите лә матур бүләк!

 

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йорто директоры Венера Нуриян ҡыҙы Латипова ауылдашы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең әсәһе Бибинур Төхвәтуллинаға бүләк итеп, 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына “Стәрлебаш шишмәләре” район гәзитенә яҙҙырты. Беҙҙең гәзит Бибинур апайға һәр ваҡыт район яңылыҡтарын белеп торорға ярҙам итер, изге хәбәрҙәр һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән шатландырыр тигән теләктә ҡалабыҙ.

Район ойошмалары, предприятиелары, учреждение етәкселәренә һәм шәхси эшҡыуарҙарға ошо изге акцияға ҡушылып, яҡындарына йәки махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә беҙҙең район гәзитен яҙҙырта ала. Гәзиткә редакцияла йәки почта бүлексәләрендә яҙҙырырға мөмкин.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас