+24 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
28 Ноября 2024, 09:30

Бергә булайыҡ!

Әлеге ваҡытта Стәрлебаш почтамтының бөтә бүлексәләрендә лә 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы дауам итә.  Теләгән һәр кем Рәсәй почтаһының “Матбуғатҡа яҙылыу баҫмалары” каталогы буйынса гәзит һәм журналдарға, шулай уҡ район гәзитенә яҙыла ала.

Бергә булайыҡ!Бергә булайыҡ!
Бергә булайыҡ!

Бынан тыш, хәйриә акцияһы ла дауам итә, уның сиктәрендә теләгән һәр кем үҙҙәренең яҡындарына, ауыр хәлдә ҡалған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәрҙең ғаиләләренә үҙе теләгән гәзит йәки журнал, шулай уҡ “Стәрлебаш шишмәләре” гәзитен яҙҙырта ала. Әйткәндәй, 2 декабрҙән 12 декабргә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Тимәк, 2025 йылға һәм 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына арзан хаҡҡа яҙылырға була.

Матбуғатҡа яҙылыу буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте райондың һәр почта бүлексәһендә, матбуғатҡа яҙылыу бүлегендә һәм почтальондарҙа алырға мөмкин. Район үҙәгендә йәшәүселәр гәзиткә редакцияға килеп яҙылып, гәзитте беҙҙән килеп алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: 2-23-56, 8 927-922-12-83 (баш мөхәррир), 2-23-54, 8 937-494-04-24 (бухгалтерия).

Хөрмәтле дуҫтар! Яҙылығыҙ,  уҡығыҙ, бүләктәр отоғоҙ!

"Стәрлебаш шишмәләре" район гәзите редакцияһы.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас