Бөгөн - Халыҡ-ара һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Ибраҡай ауыл клубында "Беҙ бергә!" сараһы ойошторола. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән йылы осрашыу була . Сараны алып барыусы Әнисә Мөхәмәтйәнова төрлө сәбәптәр арҡаһында донъяға ҡаты сирле балалар тыуыуы, әммә иҫән-имен тыуып та, тормошта төрлө хәлдәргә тарып, ғүмерлеккә ауырыуға дусар булған кешеләр ҙә бар. Мөмкинлектәре сикләнһә лә, Ник Вуйчич, Рөстәм Нәбиев, Ирек Зарипов кеүек көслө рухлы шәхестәр, алдарына маҡсаттар ҡуйып, донъяла йәшәргә көс табып йәшәргә тырышыуҙары хаҡында һөйләне.
Илнара Насирова ла донъяға һау-сәләмәт булып тыуа. Шуҡ, тырыш ҡыҙ булып үҫә, мәктәптә яҡшы билдәләргә уҡый. Әммә 10 йәштәр тирәһендә киҙеү менән ауырый. Ошо сирҙән өҙлөгөп, оҙаҡ ҡына дауаханаларҙа ята. Әкренләп сир көсәйә, һәм ул хәҙер бик йөрөй алмай, ата-әсәһе ҡарамағында йәшәй.
Сараға йыйылыусыларға концерт номерҙары башҡарала. Һуңынан һөйләшеү сәй табыны артында дауам итә.
-Шундай йылы осрашыуға саҡырғандары өсөн бик шатмын. Матур концерт ҡарап, тәмле сәй эсеп, ауылдаш апайҙар менән рәхәтләнеп һөйләшеп ултырып ҡайттым. Ихтирамығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт!!! Өфө ҡунаҡтары -Искәндәр һәм Наҙгөлдөң дәртле концерт номерҙарына айырым рәхмәт әйтке килә. Һеҙҙең барығыҙға ла иҫәнлек, һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ижади уңыштар теләйем! – тип яҙа Илнара үҙенең "Бәйләнештә" сәхифәһендә.