у менән, кесаҙнанан йомаға ҡаршы кистә Рәғәиб кисе була. Был кистә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла ибн (улы) Ғәбделмотталиб менән һөйөклө әсәһе Әминә бинт (ҡыҙы) Үәһәбтең никахлашҡан, ҡауышҡан көнө.
Ошо мөбәрәк айҙарҙа әҗер-һауап изге ғәмәл-ғибәҙҙәттәрегеҙгә 100 мәртәбә артыр. Башҡа саҡта өйрәнгән һәм уҡыған Ҡөрьәндең бер хәрефенә — ун һауаб булһа, тимәк изге айҙарҙа өйрәнгән бер хәрефкә мең сауап яҙылыуы мөмкин, һәм Рамаҙан айында иһә бер хәрефкә ете меңгә ҡәҙәр өҫтәлә. Бына шулай Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтле изге айҙары.
Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм әйтеүенән Аллаһ Тәғәлә: «Минең Рәжәб айында берәү ураҙа тотоп, намаҙ уҡып, саҙаҡа биреп, етимдәрҙе, меҫкендәрҙе, ауырыуҙарҙы һөйөндерһә – минән нимә һораһа үҙенә бирермен, минән тәүбә һораһа, ғәфү итермен. Эй, әҙәм балаһы, кемдә кем ошо миҙгелдең уртаһында, бер иртәһен ураҙа тотҡан хәлдә, зикерҙә булһа, малынан өлөш сығарып, саҙаҡа биргән булһа, уны йәннәт менән бүләкләрмен» — тигән.
Ошо изге Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан айҙарында, яман эштәребеҙҙән һаҡланып, изге эштәрҙе күберәк башҡарһаҡ, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте беҙгә лә булыр. Телдәребеҙҙе, күңелдәребеҙҙе таҙартып, изге ғәмәлдәрҙә булайыҡ!