Яңы йылда Рәжәб айы.
Яңы йылға аяҡ баҫҡан саҡта,
Рәжәб айы тыуа донъяға.
Изге айҙа килгән яңы йылға,
өмөт итәм, булар яҡшыға.
Табын ҡороп, шарап эсмәй генә,
ҡаршылайыҡ изге сәғәттә.
Доғаларҙы ҡылып күмәкләшеп,
теләйексе - Еңеү илемә.
Иҫән булһын һәр бер һалдатыбыҙ,
имен йөрөһөндәр балалар.
Изге эштәр күберәк ҡылынһындар,
ғәфү ителһендәр гонаһтар.
Сауаплы эш - бирә алһаң әгәр,
хәйер, саҙаҡаны мохтажға.
Ураҙала булһаң бер нисә көн,
һанала тей хажға барыуға.
Ошо өс ай Аллаһ тәғәләнең,
иң - иң изгеләрҙән һанала.
Яҡшылыҡтар эшлә, ураҙа ҡыл,
өйрәт доға балаларыңа.
Йышыраҡ әйт - Әстәғәфирулла тиеп,
мөмкин булһа - тарт һин тиҫбене.
Ихлас һәм дә Фатиха сүрәһен,
ҡабат - ҡабат уҡы көн буйы.
Беренсе көн Яңы йылдың быйыл,
Рәжәб айы менән башлана.
Изге ғәмәлдәрҙә булһын һәр бер мөслим,
иҫән - һаулыҡ, тыныс замана.
Яман эштәр ҡылмайынса ғына,
изге эштәр күберәк башҡарһаҡ.
Телдәребеҙ, күңелдәребеҙҙе таҙартып,
иманыбыҙ булар таҙараҡ.
Ҡотло булһын изге Рәжәб айы,
бирһен беҙгә таҙалыҡ, һаулыҡ.
Сауаплы эш, ҡылған яҡшылыҡтар,
рәхмәт булып, ҡайтыр әйләнеп.
Шаһзада. 31 декабрь, 2024 йыл.