Ибраҡай ауылы
СӘЛИХОВА Суфия Хәбир ҡыҙына
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ, әбейебеҙҙе матур ғүмер байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Оло йөрәкле, йомарт, изге күңелле, мәрхәмәтле, уңған кешебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Венер, ҡыҙың Минзилә, кейәүең Радик, улың Таһир, киленең Илсиә, туғаның Регина, ейәнсәрҙәрең Айһылыу, Дания, ейәндәрең Радмир, Динар, Даян.
Ишембай - Салауат - Запорожье - Нидерланды.