+24 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
14 Января 2025, 05:45

Изге айҙа - изге ғәмәлдәр

14 ғинуар— рәсми календарь буйынса йылдың 14-се көнө. Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Рәжәб айының 14-се көнө. Ошо айҙа динебеҙгә һәм мосолмандар тарихына бәйле әһәмиәтле ваҡиғалар күп. Шуға ла мосолмандар был айҙы ҡәҙерләп изге тип һанайҙар. Был айҙан һуң килгән Шәғбан айыла — изге. Шунан һуң иң көткән изге Рамаҙан килә. Ошо айҙарҙа мосолман ҡәрҙәштәр Рамаҙан айына әҙерлә.

Рәжәб айында мосолмандар нәфел ураҙалары тоторға тырыша, саҙаҡалар бирә, күңелдәрен сафландыра. Ошо изге айҙарҙа тәүбәгә килеү бик һауаблы була. Сөнки һәр кемдең эшләгән гөнаһтары бар, уларҙы иҫкә төшөрөп «Әстәғфируллаааһ»ты күп әйтеп, тәүбә ҡылырға кәрәк. Шуға ла берәү, гөнаһын иҫкә төшөрөп, шуға тәүбә итһә, үкенһә һәм яңынан был гөнаһын ҡабатламаһа, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: — «Аллаһ Тәғәлә был хәлде кисерә» — тип әйткән. Шулай булғас ошо изге мәлдәрҙә тәүбәгә килеп, үкенер кәрәк.

Аллаһ Тәғәлә һәр саҡ тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, сөнки ул Ғәфү итеүсе һәм Рәхимле. Йәш саҡтарҙа наҙанлыҡ арҡаһында уҡылмай ҡалған намаҙарыбыҙҙы, ҡалған ураҙаларыбыҙҙы ла ошо изге миҙгелдәрҙә үтәү хәйерле, сөнки был – Аллаһ Тәғәләнен рәхмәт айҙары, ғәмәлдәребеҙҙең ҡабул ителә торған сағы.

Кем һәр изге айҙын өс көнөн; кесаҙна, йома һәм шәмбе көндәре ураҙа тотһа – уға ике йыллыҡ ғәмәл-ғибәҙәт әжере яҙылыр – тип әйтә Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләм. Хәҙис-шәрифтәрҙен риүәйәттәрендә ошондай ураҙаға Аллаһ Тәғәлә 700 – 900 йыллыҡ әжерен бирер тип әйтелә.

Рәжәб айының ун өсөнсө көнөндәге тотолған ураҙа, өс мең йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр. Ун дүртенсе көнө тотолғаны — ун мең йыл ураҙа кеүек. Ә егерменсе көнө тотолғаны йөҙ мең йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр, тигән сәхәбәрләрҙең береһе.

Әлеге айҙа Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн "Ихлас" сүрәһен күп итеп уҡырға кәрәк. Айырым хөрмәт булһын өсөн һәр көн 11 тапҡыр "Ихлас шәриф"те уҡырға, тәухид, истиғфар һәм салауаты-шәрифәне лә ҡалдырмаҫҡа тырышырға кәрәктер. Шулай уҡ һәр көн башында һәм һуңында 7-шәр "Фәтиха" менән 100 "Ихлас" сүрәләрен укыу бик һауаплы эш.

Ошо айҙың 1-се һәм 10- сы көндәре, 11- се һәм 20 – се һәм 21- се менән 30-сы көндәре араһында бер тапҡыр ҡылынасаҡ ун рәҡәғәт Хәжәт намаҙы бар. Барыһының да ҡылынышы бер үк. Был намаҙҙарҙы аҡшамдан һуң да, йәстүнән һуң да үтәргә була.

Ошо изге Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан айҙарында, яман эштәребеҙҙән һаҡланып, изге эштәрҙе күберәк башҡарһаҡ, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте беҙгә лә булыр. Телдәребеҙҙе, күңелдәребеҙҙе таҙартып, изге ғәмәлдәрҙә булайыҡ!

Бөгөн Өфөлә ☀ ҡояш 9 сәғәт 26 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 11 минутта бата. Көн оҙонлоғо 7 сәғәт 44 минут. Тулы Ай (йәше 14.45 көн).

Төрлө сығанаҡтарҙан алынды.

Рөстәм ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.

Изге айҙа - изге ғәмәлдәр
Изге айҙа - изге ғәмәлдәр
Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас