Асыҡ грунтта да тиҙ үҫә, оҙаҡ уңыш бирә торған ҡыяр сорттары менән таныштырырға теләйбеҙ.
Ҡыяр йылы ярата торған культура булһа ла, уның һалҡын йәйҙәрҙә лә уңыш бирә торған сорттары бар.
“Китайский холодоустойчивый” асык грунтта ла, теплицала ла үҫә ала. Яғылмый торған теплицала иртә уңыш алыу өсөн иң яҡшыһы. Һуңғы ваҡытта был сорт төньяҡ төбәктәрҙә популяр. Шытым сыҡҡандан һуң 50-55 көндән өлгөрә, төрлө сирҙәргә бирешеп бармай.
“Пасадена F1” оҙак уңыш бирә, көйһөҙ һауа шарттарына бирешмәй. Үҙенән-үҙе һеркәләнә, теплицала, баҡсала ла үҫә. 50 көндә өлгөрә.
“Мастер” — партенокарпик сорт, асыҡ грунтта яҡшы үҫә, һалҡынға, эҫегә бирешмәй. Көҙгә тиклем уңыш бирә, сирҙәргә сыҙам.
Был сорттарҙы хәҙер үк эҙләп, әҙерләп ҡуйығыҙ, һуңыраҡ уларҙы таба алмаҫһығыҙ.
Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан.