Пәйғәмбәрҙән шишәмбе хаҡында һорағас, ул: «Был ҡан көнө, ҡан ҡойош», – тигән. Был көндө әсәбеҙ Һауа раҙыйаллаһу ғәнһүнең беренсе тапҡыр күреме килә башлай, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улы Ҡабил Һабилде үлтерә, пәйғәмбәрҙәр Джарджис, Зәкәрийә һәм уның улы Яхъяның йәне ҡыйылған. Шишәмбелә Фирғәүен, Муса пәйғәмбәрҙе, пәйғәмбәр тип ҡабул иткәндәре һәм иман килтергәндәре өсөн, үҙенең сихырсыларын һәм ҡатыны Асияны язалай.
Рәсүлебеҙ шишәмбелә ҡан сығарыуҙы, хиджама эшләүҙе тыйған. Сөнки, был көндө бер ваҡыт арауығы бар, шул мәл ҡан сығарыу менән тап килһә, ул ағыуынан туҡтамай, һәм кешенең үлеүе ихтимал, тигән пәйғәмбәребеҙ.
Шишәмбелә Аллаһ Тәғәлә тамуҡты барлыҡҡа килтергән. Ул Ғазраил фәрештәгә, кешеләрҙең йәндәрен алыусы һин булырһың, тигән. Шишәмбелә ожмахтан Иблесте ҡыуып сығарған. Был көндө Әйүп пәйғәмбәр бәләгә тарыған. Икенсе фараз буйынса, ул шаршамбыла булған.
Донъябыҙҙа тыныслыҡ урынлашһын, таңдарыбыҙ имен атһын, киләсәгебеҙ яҡты булһын!
Р.ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.