Ошо айҡанлы “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының медиаүҙәгендә матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда виртуоз ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев, фестивалде ойоштороусы Регина Ағылова, “Ҡурайсы” этно-төркөмөнөң барабансыһы Рәфис Лоғаманов, төркөмдөң саунд-продюсеры Сыңғыҙ Юлдашевтар ҡатнашты.
— Ҡурайһыҙ байрам – байрам түгел. Әгәр ҙә байрамда ҡурай, думбыра, балалайка кеүек боронғо музыка ҡоралдары яңғырай икән, ул иң шәп байрам. Шунлыҡтан беҙ үҙебеҙҙең фестивалгә көйгә, йыр-моңға мөкиббән киткән башҡарыусыларҙы йыйырға тырышабыҙ. Улар үҙҙәренең уйнау оҫталығы менән тамашасыларҙы матурлыҡ донъяһына әйҙәһен өсөн, – тине Роберт Нәжип улы, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы фестивалдең маҡсаты менән таныштырып.
Бындай моң һәм бейеү фестивале республикабыҙҙа тәүге тапҡыр ойошторола. Ул өс көн лауам итә. Унда Роберт Юлдашевтың “Ҡурайсы” төркөмө симфоник оркестр музыканттары менән берлектә уйнаясаҡ. Башҡортостандың билдәле композиторҙары менән бер рәттән Рәсәй һәм сит ил композиторҙарының да композициялары яңғыраясаҡ. Билдәле “Guzal Dance” бейеү коллективының, Стәрлетамаҡтан Бейеү театрының, “Солнышко”, “Дарман” ансамблдәренең, Әбйәлилдән ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусыларҙың сығыштары көтөлә. Тамашасылар “Ете ҡыҙ”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Хан ҡыҙы” кеүек классик бейеүҙәрҙе тағы бер тапҡыр ҡарай аласаҡ. Бынан тыш, бейеү коллективтары, яңғыҙ бейеүселәр ҡурай һәм башҡа музыка ҡоралдары башҡарыуындағы тере көйгә бейеп ярышасаҡ.
Әйткәндәй, фестивалдә ҡатнашырға теләүселәр өсөн профессионализмлыҡ та, йәш категорияһы ла сикләнмәгән. Тимәк, унда теләге булған һәм бейергә яратҡан һәр кем ҡатнаша ала. Тик фестивалдең ойоштороусыһы Регина Ағылова әйтеүенсә, әле ғаризалар ҡабул итеү туҡтатылған, ҡатнашыусылар исемлеге раҫланған. Әммә быға бойоғорға кәрәкмәй, иң мөһиме – һеҙ тәүгеләрҙән булып ошондай матур тамашаны ҡарай алаһығыҙ. Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр ойошторолған ҙур һәм сағыу байрамдан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Асыҡ сығанаҡтарҙан.