Пәйғәмбәрҙән кесаҙна тураһында һорағас, Ул: «Был көндә йомоштар үтәлә, түрә-башлыҡтарға йомош менән барыу өсөн уңайлы», – тигән. Кесаҙнала Ибраһим пәйғәмбәр Мысыр батшаһына бара һәм теләгенә ирешә. Был көндө батша уға Хәжәрҙе бүләк итә – Исмәғил пәйғәмбәрҙең буласаҡ әсәһен.
Ғөмүмән, мосолман өсөн, аҙнаның ниндәй көнө булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙе гөнаһ ҡылған, үҙен насар тотҡан көн – «бәрәкәтһеҙ, бәхетһеҙ», ә үҙен яҡшы тотҡан, гөнаһ ҡылмаған көн уның өсөн – «яҡшы». Һәр көндө Раббыбыҙ үҙе бар иткән. Улар нисек килеүенә ҡарамаҫтан, риза ҡалырға кәрәк, кире осраҡта, Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡанынан ҡәнәғәт булмаған һымаҡ ҡабул ителә. Ул: «Ниәтенә күрә бәрәкәтен бирермен», – тигән. Шуға ла, бары тик яҡшылыҡҡа ғына ниәт итеп, үҙебеҙҙе эштәребеҙҙе ихлас Раббыбыҙға тапшырһаҡ, Уға ғына һыйынһаҡ, һәр ваҡыт зекер ҡылып йөрөһәк, көндәребеҙ матур, бәрәкәтле үтер.
Барыбыҙға ла һаулыҡ, байлыҡ, бәрәкәтле мул тормош, донъя именлеге теләйбеҙ. Яҡты көндәр генә насип булһын һәммәбеҙгә.