+23 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
30 Января 2025, 05:00

Мәсетте сәләмләү намаҙы ҡасан уҡыла?

Ҡайһы берәүҙәр мәсеткә инеп, хәйер һалып, кем менәндер аралашып-һөйләшеп бөткәндән һуң мәсетте сәләмләү намаҙын уҡыу  кәрәклеген хәтергә төшөрә.  Шуға ло ошо  намаҙҙы ҡасан, ҡайһы ваҡытта уҡыу кәрәклеген белеп ҡуйығыҙ.

Мәсетте сәләмләү намаҙы ҡасан уҡыла?Мәсетте сәләмләү намаҙы ҡасан уҡыла?
Мәсетте сәләмләү намаҙы ҡасан уҡыла?

Мәсетте сәләмләү намаҙын иман йортона килеп,  инеп ултырғансы, ундағы кешеләр менән күрешеп, сәләм биргәнсе уҡырға кәрәк. Уны «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн мәсетте сәләмләү намаҙы уҡырға ниәт иттем» тип,  ике рәҡәғәт итеп уҡырға. Уны  уҡыу – пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте (Бүхари, Мөслим, Тирмиҙи, Нәсәи,  Хәким).

Тик мәсет намаҙын иртәнге намаҙ мәлендә, ҡояш сыҡҡан ваҡытта, шулай уҡ икенде намаҙынан алып аҡшам намаҙына тиклем  уҡырға ярамай.

Йома намаҙына ниәтләнеп килгәндә, мәсетте сәләмләү намаҙы уҡыла. Мәсетте күреп, хәйер һалып сығырға теләһәгеҙ ҙә, мәсет намаҙы уҡығыҙ.

Рөстәм ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас