Рәсүлебеҙҙән йома көнө хаҡында һорағандар. «Йома – ул никахлашыу көнө», – тигән Ул. Был көн Әҙәм менән Һауа, Йософ менән Зөләйха, Муса менән Шөғәйеп пәйғәмбәрҙең ҡыҙы, Сөләймән менән Балхис никахлашҡан. Мөхәммәт саллаллаһу-ғәләйһис-сәләмдең дә Хәҙисә һәм Ғәйшә ҡатындары менән никахы йома көн булған. Никахты йомала үткәреү хәйерле, ә туйҙы теләһә ниндәй ваҡытҡа ла билдәләргә мөмкин.
Ибн Ғәббәс: «Кем йома көн тырнаҡ киҫә, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәненән ауырыуын сығара һәм уға шифа бирә», – тигән.
Йома – ете көндөң әфәндеһе, мосолмандарҙың байрам көнө. Барыбыҙға ла һаулыҡ, байлыҡ, бәрәкәтле мул тормош, донъя именлеге теләйбеҙ.
Йома мөбәрәк булһын!
Р.ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.