Рәсүлебеҙҙән йәкшәмбе көнө хаҡында һорағандар. Ул: «Йәкшәмбе ағас ултырта, өй һала торған көн», – тигән. Йәкшәмбе Аллаһ Тәғәлә был донъяны барлыҡҡа килтергән. Ҡайһы бер ҡараш буйынса, был көндө ожмах пәйҙә ителгән һәм ағас ултыртылған.
Аҙнаның ниндәй көнө булыуына ҡарамаҫтан, бары тик яҡшылыҡҡа ғына ниәт итеп, үҙебеҙҙе, эштәребеҙҙе ихлас Раббыбыҙға тапшырһаҡ, Уға ғына һыйынһаҡ, һәр ваҡыт зекер ҡылып йөрөһәк, көндәребеҙ матур, бәрәкәтле үтер.
Ялдарығыҙ уңышлы үтһен!
Рөстәм ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.