+24 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
7 Февраля 2025, 04:30

Бөгөн Мортаза Ғөбәйҙулла улына 91 йәш тулған булыр ине

Беренсе Президентыбыҙҙы иҫкә алайыҡ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов халыҡ өсөн йәшәне ул. Уны иҫкә алып  

Бөгөн Мортаза Ғөбәйҙулла улына 91 йәш тулған булыр инеБөгөн Мортаза Ғөбәйҙулла улына 91 йәш тулған булыр ине
Бөгөн Мортаза Ғөбәйҙулла улына 91 йәш тулған булыр ине

1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тарафынан Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана. Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың 63 проценты М. Ғ. Рәхимов өсөн тауыш бирә. Беренсе президентлыҡ осоронда Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы Килешеүенә (1994 йыл, 3 август) ҡул ҡуйылa.

1998 йылдың 14 июнендә Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп ҡайтанан һайлана. 1993—2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы, артабан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ағзаһы.

2003 йылдың 21 декабрендә «Һайлау хоҡуҡтары һәм РФ граждандары референдумында ҡатнашыуға хоҡуҡтарҙың төп гарантиялары тураһында»ғы Федераль законға ярашлы, бөтә халыҡ һайлауының икенсе турында 78 проценттан артыҡ тауыш йыйып, өсөнсө тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайлана.

2006 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға үҙенә ышаныс тураһында мөрәжәғәт итә. 2006 йылдың 5 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин республика Президенты вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн Мортаза Рәхимовтың кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарауына индерә.

2006 йылдың 10 октяберендә үткән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 39-сы, сираттан тыш, ултырышында депутаттар бер тауыштан Мортаза Рәхимовҡа республика Президенты вәкәләттәрен яңы биш йыллыҡка йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә. 2010 йылдың 12 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте башлығы Сергей Нарышкин менән осрашыуында үҙенең вазифаһынан ваҡытынан алда китергә теләүе тураһында иғлан итә]. 2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Д. А. Медведев М. Ғ. Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһынан отставкаға китеү үтенесен ҡәнәғәтләндерә.

Ил ағаһы 2023 йылдың 11 ғинуарында вафат булды.

Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас