+22 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
7 Февраля 2025, 04:20

Боронғо бинаны реставрациялап, грант алырға мөмкин!

Мәҙәни мираҫ объекттарын төҙөкләндерергә ниәтләгән эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙам күрһәтә.

Боронғо бинаны реставрациялап, грант алырға мөмкин!Боронғо бинаны реставрациялап, грант алырға мөмкин!
Боронғо бинаны реставрациялап, грант алырға мөмкин!

Башҡортостандың баш ҡалаһында февралдән «Өфө мираҫы» программаһы эшләй башлай. Уның сиктәрендә боронғо биналарҙы реставрациялаған эшҡыуарҙар гранттар ала аласаҡ. Финанслауҙың дөйөм күләме 200 миллион һум тәшкил итә. Заявкалар март айында ҡабул ителә башлаясаҡ.

Был хаҡта  журналистар менән осрашыуҙа Өфө мэры  Ратмир Мәүлиев белдергән. Уның һүҙҙәренсә, былтыр 24 бинаны төҙөкләндерәндәр.

Мәҡәлә һәм фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

 
Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас