*Үҙегеҙгә һәм балаларығыҙға насар доға ҡылмағыҙ. Аллаһтың тәҡдиренә риза булығыҙ. Ниғмәттәрен арттырыуҙы һорап, доға ҡылығыҙ.
*Эшләмәйенсә доға ҡылғандар- ҡоралһыҙ һуғышҡа киткән кеүек булырҙар.
*Үлгәндән һуң үкенмәгән кеше юҡ. Яҡшы кешеләр яҡшылыҡтарын күберәк эшләп өлгөрмәгәнгә үкенер, яман кешеләр яманлыҡтарынан тыйылып тәүбә итмәгәндәренә үкенеп бөтә алмаҫ.
*Берәүҙең күңелендә орлоҡ хәтлем генә лә тәккәбберлек булһа, йәннәткә инмәҫ.
*Аҙға ла ҡәнәғәт бул − мохтаж булмаҫһың, көнсөллөктән ҡотол − тыныс булырһың, тыйылғандан тыйыл – иманың саф булыр.
*Үткәндәргә йәбешеп ятмағыҙ, үпкәләүҙәр, рәнйештәр менән йәшәмәгеҙ. Бәхетле мәлдәрегеҙҙе хәтерләгеҙ, кеше тормошонан көнләшмәгеҙ. Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынауҙы тейештер, тип ҡабул итегеҙ һәм үҙегеҙҙә булғандың ҡәҙерен белегеҙ. Хоҙайҙың биргәнен бер мәлдә генә юғалтыу бер ни тормай.
Интернет селтәренән.