- Һөйләшеүҙәр процесы һөҙөмтәһендә 5 февралдә Киев режимы контроле аҫтындағы территориянан 150 Рәсәй хәрби хеҙмәткәре ҡайтарылды. Уның урынына 150 хәрби әсир ВСУ-ға тапшырылды, - тип белдерәләр ведомствола.
Хәҙер бөтә хәрбиҙәр Белоруссияла, уларға психологик һәм медицина ярҙамы күрһәтелә. Улар шулай уҡ туғандары менән бәйләнешкә инеү мөмкинлеген алған.
Азат ителгән хәрбиҙәр Рәсәйгә ҡайтып еткәс, Оборона министрлығының медицина учреждениеларына дауаланыу һәм реабилитация үтеү өсөн оҙатыласаҡ.
Рәсәй яугирҙарын ҡайтарыуҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ярҙамлашҡан.
Быға тиклем әсирҙәр менән алмашыу 15 ғинуарҙа булған. Ул саҡта Украина территорияһынан 25 Рәсәй һалдатын ҡайтаралар. Киевҡа шул уҡ һанда кеше тапшырыла.
Фото: https://ria.ru/20250205/plennye-1997555300.html
https://mkset.ru/news/2025-02-05/bashkirskie-boytsy-pobyvali-v-plenu-vsu-5316477