Бөгөн 10 февраль, дүшәмбе. Мосолман календаре буйынса Шәғбән айының 11-се көнө. Яңы башланған аҙнабыҙ уңышлы булһын. Юлда йөрөгәндәргә хәйерле юлдар насип булһын!
Ни теләһәк, Хоҙай беҙгә шуны бирһен,
Юлға сыҡһаҡ, юлдарыбыҙ изге булһын!
Хоҙай бер үк ҡанаттарҙы ҡайырмаһын,
Бер ҡасан да яңғыҙлыҡта ҡалдырмаһын!
Хоҙай беҙгә күркәм сабырлыҡтар бирһен,
Күктәребеҙ һәр саҡ беҙҙең аяҙ булһын!
Йәндәребез һәр ваҡытта тыныс булһын,
Эшләгән эштәребеҙ ҙә гел уң булһын!
Тәндәребеҙгә, Хоҙайым, таҙалык бир,
Йәндәребеҙгә һәр ваҡыт тыныслыҡ бир!
Илдәребеҙ имен булһын, тыныс булһын,
Ҡалған ғүмерҙе йәшәргә көс-ҡеүәт бир!