Ғәрәпсә был байрамдың исеме «Ләйләтүл- бәрәат» тип атала. Үҙебеҙсә тәржемә итһәк, ҡотолоу, аҡланыу мәғәнәһен белербеҙ. Бәрәат кисе Шәғбан айының 15-се көнөнә тура килә. Быйыл ул 13-нән 14 февраль төнөндә билдәләнә.
Был кистә өс мәртәбә "Ясин" сүрәһе уҡылыр. Беренсе мәртәбә уны уҡығанда уҡыусының ниәте Аллаһ Тәғәләнән оҙон ғүмер һорауҙан ғибәрәт булыр, икенсе мәртәбә Аллаһ Тәғәләнән бәлә-ҡазаларҙан именлек һорар, өсөнсө мәртәбә бәрәкәт артһын, тип уҡыр.
Иңдәребеҙҙәге ике фәрештә йыл буйына ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе яҙып бара. Ошо кистә фәрештәләр тарафынан яҙылған беҙҙең ғәмәл китабыбыҙ Аллаһ хозурына күсеп, уның урынына яңыһы иңеп асыла. Шуның өсөн был кистә ҡылған гөнаһтарыбыҙға үкенергә, тәүбә ҡылырға, Аллаһы Тәғәләнән ғәфү итеүен һорарға һәм бүтән был гөнаһтарыбыҙға ҡайтмауыбыҙҙы, изге юлда булыуыбыҙҙы һорарға кәрәк.
Бәрәат кисендә шундай бер доға уҡыу хәйерле булыр. Уның мәғәнәһе шулайыраҡ: Эй, Аллаһ Тәғәләм, әгәр мине бәхетһеҙ итеп, исемемде бәхетһеҙҙәр дәфтәренә яҙған булһаң, уны һөртөп, юҡ ит һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙ. Әгәр мине бәхетлеләрҙән итеп, исемемде бәхетлеләр дәфтәренә яҙған булһаң, әлеге яҙыуҙы бер ҡасан да һөртөлмәй торған ит. Ысынлыҡта һин Ҡөрьән-Кәримеңдә: «Аллаһ Тәғәлә нимәне теләһә, Ләүһул мәхфуздән шуны һөртөр, юҡ итер, теләгәнен иһә ҡалдырыр, һөртөлмәҫлек итер»
Үҙенең бер хәҙисендә Мөхәммәт с.ғ.с. пәйғәмбәребеҙ: «Шәғбән айының 15-се кисен ғибәҙәт менән үткәрегеҙ, — тип нәсихәт бирә, — көндөҙ ураҙа тотоғоҙ. Был кистә Аллаһ Тәғәлә, ҡояш сыҡҡансы, донъяға рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм: «Тәүбә итеп, гөнаһтарын ғәфү итеүемде һораусылар юҡмы? Булһа, гөнаһтарын ғәфү итәм. Ризыҡ һорап йөрөгәндәр юҡмы? Булһа, ризыҡ бирәм. Ҡайғы-хәсрәттәргә тарып, сәләмәтлектәре юғалып, яфа сигеп ятҡандар юҡмы? Булһа, тәндәренә тынғылыҡ, ауырыуҙарына шифа бирәм. Ниндәй генә теләктәре бар — һораһындар — бөтә теләктәрен үтәйем», — тиер. Был мөрәжәғәт таңға тиклем дауам итер», — тигән. Бәраәт кисе — гөнаһтарҙан арыныу, тәүбә итеү, ураҙа тотоу, мәрхүмдәрҙе хәтергә алыу менән үтә торған була. Ислам дине лә уны ҡәҙерле, изге кисәләрҙең береһе — гөнаһтарҙан арыныу кисе булараҡ ҡабул итә. Был кистә япраҡтарына Ерҙә йәшәгәндәрҙән һәр кемдең исем-шәрифтәре яҙылған тормош ағасы тетрәнеп, япраҡтары ҡойолор ҙа, исемдәре ошо япраҡтарҙа булғандар йыл дауамында фани донъянан күсеп китер. Ә йәшәп ҡалғандарҙың яҙмышы фәрештәләр ихтыярына тапшырылыр йәки бөтә булмыштарҙың, бөтә мәхлүктәрҙең йыйыр ризығы, бәндәләрҙең байлыҡ йәки ярлылыҡ хәлдәре, тормоштағы төрлө дәрәжәләре, был донъяға тыуасаҡ һәм үләсәк бәндәләр — бөтәһе лә был кистә билдәләнеп ҡуйыла, ти.
Зөфәр хәҙрәт БИКТИМЕРОВ, райондың имам-мөхтәсибе.
Р.Йәғәфәров фотоһы.