Ошо ерҙә тыуып-үҫкән ауыл халҡы боронғо йолаларҙы тергеҙеп, бөгөнгөһөнән йәшәүгә көс-дәрт алып, һәр тыуған көн менән һоҡланып йәшәй. Өйҙәр төҙөк, бар нәмә тәртиптә, халыҡ гөрләтеп донъя көтә. Республика “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып айыҡ тормошҡа әйҙәүсе, эскелек менән көрәшеүгә йүнәлтелгән саралар үткәреп, байтаҡ эш башҡарып та өлгөрҙөләр. Улар төрлө саралар ойоштороп, үҙҙәренең дәррәүлеге, берҙәмлеге менән күптәрҙе таң ҡалдырҙы. Төрлө йүнәлештәге сараларҙың барыһы ла сәләмәт тормошто пропагандалауға, спортты үҙ итеүгә, айыҡ тормош алып барыуға йүнәлдерелгән булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Ибраҡайҙар яугирҙәргә ойоҡбаштар бәйләп, хуш еҫле шифалы үләндәрҙән сәй эшләһендәрме, байрамдарға арналған төрлө конкурстар үткәрһендәрме -барыһында ла ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша, сараға ҙур теләк менән йөрөй.
Бөгөн, 21 февралдә, Ибраҡай ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсының финал этабы сиктәрендә ҙур сара үтте. Әлбиттә, ҡунаҡҡа район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, БР дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, яҡташыбыҙ Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин, шулай уҡ Һарайҫа, Иҫке Ҡалҡаш, Күндерәк, Ҡабыҡҡыуыш, Аллағыуат ауыл биләмәләре етәкселәре һәм вәкилдәре саҡырылды.
Финал ярышында ҡатнашыу өсөн “Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ” һәм “Өләсәйем һандығы” тип аталған ике проект һайланды. Тәүге проект буйынса бөгөн ир-егеттәр утын бысыу, утын ярыу, самауыр ҡайнатыу кеүек ярыштарҙа көс һынашты. Ә ”Өләсәйем һандығы” проекты буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың сағыу эштәрен социаль селтәрҙәрҙә күрергә мөмкин.
Был турала мәҡәләне ентекләберәк гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Р.ЙӘҒӘФӘРОВ фотолары.