Райондың имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт Биктимеров мосолман ҡәрҙәштәрҙе байрам менән ҡотлап, вәғәз һөйләне.
Был көндәрҙә беҙ туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығы һәм именлеге өсөн доға ҡылабыҙ. Ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған уртаҡ рухи байлығыбыҙ – тыныслыҡ, татыулыҡ һәм бер-беребеҙгә ихтирам тойғоларын – беҙ, ниндәй дин тотоуға һәм милләткә ҡарамаҫтан, киләһе быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Беҙ илде һаҡлаусы һәм Украинала фашизмға ҡаршы көрәшеүсе яугирҙәребеҙ өсөн дә доға ҡылабыҙ. Был йәһәттән беҙ йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо, дингә ыңғай ҡараш тәрбиәләргә, иң тәүҙә үҙебеҙ уларға өлгө булырға тейешбеҙ, тине ул. Тик иман булғанда ғына тормошобоҙға бәрәкәт килер, илебеҙ сәскә атыр тигән фекерен белдерҙе.
Артабан йыйылыусылар намаҙ сафтарына баҫты, Аллаһ Тәғәләгә изге теләктәр юлланы. Ғәйет байрамы мөбәрәк булһын!