+24 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
25 Апреля 2025, 04:55

Сәскәләре күҙ яуын ала

Һуңғы йылдарҙа сәскә үҫтереү менән мауығыусыларҙың күп булыуы һөйөндөрә. Яҙ етеү менән йорт алдарында төрлө сағыу сәскәләр бар донъяны йәмләй.

Сәскәләре күҙ яуын алаСәскәләре күҙ яуын ала
Сәскәләре күҙ яуын ала

Ишембай районы Ишәй ауылында Гөлфиназ Ильясованы хризантемалар үҫтереү оҫтаһы тиҙәр. Уның ихатаһында был сәскәнең ниндәй генә төҫлөһөн күрмәҫһең. Әйткәндәй, Гөлфиназ Флүр ҡыҙы тыумышы менән Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылынан. Сәскә үҫтереү серҙәре менән ихлас уртаҡлаша ул.

-Һуңғы ваҡыт хризантеманың шар формаһындағы күп сәскәле мультифлора төрөн үҫтереү менән мауығам. Дүртенсе йыл ошо төрөн үрсетәм. Был сәскә тураһында күп нәмә белдем. Сәскә матур йомро булып үҫһен өсөн ултыртҡанда ҡояшлы урын һайларға кәрәк. Яҙын һыу йыйылып ятмаған, аҙ ғына ҡалҡыуыраҡ урын булһа, тамырҙарының һаҡланыуы, уңышлы ҡышлау өсөн яҡшы. Яҙын һыу бер иретеп, бер туңдыра икән, ҡар иреп бөткәнсе улар серей. Ултыртҡас та, 10 көндән һуң сәскә нығынып үҫеп китһен өсөн азотлы ашлама һибергә кәрәк. Мин 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы аммиак селитраһы ҡулланам. Сәскә атыр алдынан июль аҙаҡтарында, төҫтәре сағыу булһын өсөн монокалий фосфат һибеп ебәрәм. Ерҙә матурлыҡ тыуҙырған сәскәләрҙе яратырға кәрәк, шул ваҡытта улар һеҙгә ә шулай яуап бирәсәк, - ти сәскә үҫтереү оҫтаһы.

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас