

Сарала Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһы мәктәптәре, балалар баҡсалары, юғары белем биреү ойошмалары, һөнәри белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иҫәбенән 650 делегат, шул иҫәптән беҙҙең райондан – Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты М.И.Баһауетдинова, район мәғариф бүлеге методисы Р.Ф.Ғәлиева, Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г.М.Ҡотлошина, 4 һанлы Стәрлебаш полилингваль балалар баҡсаһы мөдире И.Т.Мөхәмәтйәрова ҡатнашты. Съезда ҡатнашыусылар туғыҙ тематик майҙансыҡта башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерә.