+14 °С
Ясно
ВКОК80 лет Победы
Общие статьи
21 Мая 2025, 04:00

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Стәрлебаш ауылында йәшәүсе ӘҺЛИУЛЛИН Йәүҙәт Закир улына

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы ысын күңелдән 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан изге, яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғаиләңдә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, уңған, хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше һин. Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Донъялағы барлыҡ яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, кәңәштәрең, бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле, терәк - таяныс булғаның өсөн рәхмәтлебеҙ. Артабан да тормошобоҙға йәм өҫтәп, яҡындарыңдың, туғандарыңдың, ҡәҙер - хөрмәтен, ихтирамын тойоп, ғаилә йылыһында, балаларыңдың шатлығын күреп, уңыштарына һөйөнөп, һаулыҡта, именлектә, бәрәкәтле мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ!

Ерҙә һин булғанға донъя теүәл,

Барыбыҙға ныҡлы терәк һин.

Хоҙай һиңә ныҡлы һаулыҡ бирһен,

Һин бит беҙгә шундай кәрәкһең.

Һин булғанға беҙ бәхетле,

Һинең менән яҡты көнөбөҙ.

Тыуыр таңдар алып килһен һиңә

Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейәндәрең.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас