

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы ойошторған сараның эше баш ҡаланың белем усаҡтарында "Йәншишмә" , "Аҫылташ", "Гөлөстан", "Аҡбуҙат", "Самрау", "Шүлгән", "Иҙел" тигән майҙансыҡтарға бүлеп алып барыла.
Съезд барышында заманса башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе уҡытыу, үҫтереүҙә булған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, тәжрибә уртаҡлашыу, кәңәш-төңәш белеү, шулай уҡ башҡалала урынлашҡан төрлө алдынғы белем усаҡтары эшмәкәрлеге менән танышыу һәм бүлешеү һәм шулай уҡ республикала сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылыу ҡаралған.
Пленар өлөштә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡатнашыусыларҙы йылы ҡотлап, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында башҡорт телен мауыҡтырғыс итеп үткәреп, йәш быуынды халҡыбыҙҙың матур йолаларына таянып тәрбиәләргә кәрәк, тигән бурыс ҡуйҙы төбәк Башлығы. Радик Фәрит улы шулай уҡ йыл һайын июнь айында «Урал-Батыр» эпосын үткәрергә тәҡдим итте.
- Ошо йылдар дәүерендә беҙ телебеҙҙе һаҡлау һәм өйрәнеү өсөн ныҡлы нигеҙ булдырҙыҡ. Беҙҙең бурыс – балалар рус, туған һәм сит телдәрҙе өйрәнһен өсөн, уларға сифатлы белем биреү.Шул саҡта улар хәҙерге заманға яраҡлашып, тормошта ҙур ҡаҙаныштарға итерә, тип белдерҙе республика башлығы.
Съезд делегаты Илүзә Мөхәмәтйәрова, Стәрлебаш 4 һанлы балалар баҡсаһы мөдире:
— Беҙ, мәктәпкәсә белем биреү педагогтары, Өфө ҡалаһының 308-се балалар баҡсаһында ойошторолған «Аҡбуҙат» майҙансығы эшендә ҡатнаштыҡ. Балалар баҡсаһы буйлап экскурсияла йөрөп сыҡҡас, беҙҙең алда ошо баҡсаның тәрбиәләнеүселәре матур итеп сығыш яһаны. «Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсында төрлө йылдарҙа еңеү яулаған тәрбиәселәр тәжрибә уртаҡлашты. Артабан беҙ биш тема буйынса бүленеп, «Киләсәк балалар баҡсаһы» проекты буйынса фекер алыштыҡ һәм иң яҡшы тәҡдимдәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа еткереү өсөн һайлап алдыҡ.
"Аҡбуҙат" майҙансығында эш юғары кимәлдә ойошторолғайны. Барыһы ла алдан уйланылған. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре съезда ҡатнашыусыларҙың күңелен яуланы. Сарала планлаштырылған эштәрҙең һөҙөмтәләре лә матур һәм файҙалы булыр, тип өмөтләнәбеҙ, тигән ышанысын белдерҙе Илүзә Тимерғәли ҡыҙы.
Артабан пленар ултырышта иң әүҙем уҡытыусыларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы була. Әлеге ҙур форумда яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы Мәрйәм Бураҡаеваға "Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы" тигән мәртәбәле исем бирелә тигән хәбәрҙе ҡатнашыусылар көслө алҡыштар менән билдәләне. Сөнки республиканың күп кенә уҡыу йорттарында башҡорт телендә уҡытыу дәреслектәре «Урал-батыр» эпосына нигеҙләнеп яҙылған уның методикалары, программалары буйынса алып барыла. Тап уның тәҡдиме менән асылған «Йәйләү» республика профилле сменаһы әле лә эшләп килә. Ҙур бүләкте төбәк башлығы ҡулынан уның ҡыҙы – сценарист һәм яҙыусы Зөһрә Бураҡаева алды.
Киләсәктә съезда ҡаралған мәсьәләләр тормошҡа ашырылыр һәм тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттарға ирешә алырбыҙ тигән өмөттә таралышты делегаттар. Алға ҡуйылған пландар, күтәрелгән мәсьәләләр киләсәктә ыңғай хәл ителер,тип уйлайбыҙ.
Сараның һәр этабы уйланылған, юғары кимәлдә ойошторолоуы съездың һәр кем өсөн файҙалы һәм бай йөкмәткеле булыуына булышлыҡ итте. Файҙалы, сағыу, фәһемле, мәртәбәле сара һәр кемдең күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан.