+9 °С
Облачно
ВКОК80 лет Победы
Общие статьи
5 Июня 2025, 04:10

Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Хөрмәтле мосолмандар ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Йөҙәр йылдар буйы яҡты һәм матур тойғолар менән һуғарылған был көн халыҡтың бер-береһе менән берләшеүенә, йәмғиәттә изгелек һәм мәрхәмәтлек идеалдарын раҫлауға хеҙмәт итә. Исламдың бай рухи йолаларының тәрәнлеген асып, Ҡорбан Ғәйете халыҡты түҙем булырға, бер-береһен ихтирам итергә саҡыра.

Был яҡты байрам һеҙгә көс һәм дәрт өҫтәһен, изге эштәргә әйҙәһен, һәр йортҡа, һәр ғаиләгә шатлыҡ алып килһен. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ!

Иртәгә, 6 июндә, райондың бөтә мәсеттәрендә лә Ғәйет намаҙы була. Башлана сәғәт 9-ҙа. Байрамға рәхим итегеҙ!

Зөфәр хәҙрәт БИКТИМЕРОВ, райондың имам-мөхтәсибе.

Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!
Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас