+22 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
25 Июня 2025, 07:25

"Ер ҡото" фествале быйыл Мишкә районында үтә

“Ер ҡото” төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестивале республикабыҙҙа быйыл дүртенсе тапҡыр үтә. Сараның сағыштырмаса “йәш” булыуына ҡарамаҫтан, уны күптәр яратып өлгөрҙө һәм көтөп ала. Быйыл ул ҡасан, ҡайҙа үтер? Ниндәй саралар планлаштырылған һәм ниндәй программа әҙерләнгән? Был һорауҙарҙың барыһына ла бөгөн “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының матбуғат үҙәгендә яуап бирҙеләр.

 Шулай итеп, быйыл фестиваль 28 июндә Мишкә районында үтә. Уның төп маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә халыҡ дауалаусылары, дини һәм йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында психологик, физик, рухи ярҙам итеү һәм реабилитациялау.

Сараны ойоштороусы – “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса дәүләт фонды филиалы етәксеһе, “Ер көсө” проекты авторы Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, фестивалде үткәреү тәүҙә постковид синдромы менән сирләгән пациенттарҙы реабилитациялауға йүнәлтелгән ине. Тәүгеләре Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында ойошторолдо. Былтыр фестиваль Ғафури ерендә үтте. Сараға тәүге йылдарҙан иғтибар ҙур, шуға күрә унда Башҡортостан ғына түгел, ә илебеҙҙең башҡа төбәктәренән дә халыҡ дауалаусылары ҡатнаша. Ошо сәбәпле ул төбәк-ара статусын алды.

– Былтыр фестиваль Ғафури районында уҙҙы һәм патриотик сара булараҡ иғлан ителде, унда махсус хәрби операция яугирҙәре, ветерандары, уларҙың ғаиләләре әүҙем ҡатнаша башланы. Беҙҙең төп бурыс – фронттан ҡайтҡан һаҡсыларға психологик ярҙам күрһәтеү. Бынан тыш, “Ер көсө” фестивалендә халыҡ дауалаусыларының оҫталыҡ дәрестәре, фольклор-көнкүреш йолалары, ҡулланма сәнғәт буйынса халыҡ уйындары, тренингтар, һөнәрҙәр йәрминкәһе ойоштороласаҡ. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары “Юридик десант” сиктәрендә юридик ярҙам ала ала, ә медицина хеҙмәттәре “Сәләмәтлек поезы” программаһы сиктәрендә күрһәтелә, – тине ул.

Мишкә районы фестивалде үткәрергә әҙер һәм ҡатнашыусыларҙы көтә. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лариса Александрова, әҙерлек быйыл февралдән башланды, тип билдәләне. – Беҙ ведомство-ара эшсе төркөм булдырҙыҡ, ул бер нисә ай дауамында ошо сараға әҙерләнә. Мишкә ауылының үҙәгендә үҙенсәлекле, матур майҙансыҡ бар – һабантуй яланы. Фестивалде лә шунда үткәрәбеҙ, – тине һөйләне Лариса Александрова.

Фестивалдең программаһы бик бай һәм үҙенсәлекле була. Ул иртәнге туғыҙҙан эшләй башлай, ә рәсми асыу 11.00 сәғәткә планлаштырылған. Балалар өсөн фестивалдә халыҡ уйындары, ғаилә майҙансығы һәм МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн бетеү эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе әҙерләнгән. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йөҙөү буйынса ярыштарҙа ҡатнаша ала, ә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе ағзалары өсөн уҡытыу курсы ҡаралған. Бынан тыш, мануаль терапевтар, костоправтар, массажсылар, хиджама һәм гирудотерапия буйынса белгестәр, шулай уҡ дин әһелдәре, табиптар, юристар, психологтар эшләйәсәк. Палаткалар менән бер көн алда килеп ҡунырға, йәки көнөндә килеп бөтә сараларҙа ҡатнашырға мөмкин. Сауҙа һәм туҡланыу нөктәләре эшләйәсәк, ә МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ҡорбан ашы ойоштороласаҡ.

 

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас