1969 йылда беҙ, Ибраҡай, Яңы Ҡалҡаш, Корнеевка, Ивановка һәм башҡа ауылдарҙан Иҫке Ҡалкаш урта мәктәбенә 5-се класҡа уҡырға килдек. Ул заманда балалар күп ине һәм беҙҙе икегә бүлеп, рус һәм башҡорт кластары астылар. Беҙ рус телендә уҡый башлаусы тәүге ҡарлуғастар булдыҡ.
Мәктәп директоры Арыҫлангулов Сәмерхан Минеғол улы бик һәйбәт, кешелекле булып иҫтә ҡалды беҙҙең күңелдәрҙә. Изге күңелле класс етәксебеҙ Насырова Фәһимә Һаҙый ҡыҙы беҙгә изге кәңәштәрен биреп, һәр саҡ хәлдәребеҙҙе белешеп торҙо.
Уҡытыусыларыбыҙ көслө, белемле, йәш ине. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә төплө белем бирҙе. Артабан уларҙың күбеһе Стәрлебаш мәктәбенә күсеп, юғары исемдәргә лайыҡ булдылар.
Бигерәк тә рус теленән ныҡлы белем биргән Әлфиә Вәли ҡыҙы Камалетдинованы билдәләп үтке килә. Ул талапсан һәм ғәҙел булды, бөтә күңелен һалып уҡытты, тәрбиәләне. Шуға ла мәктәпте тамамлаусыларҙың күбеһе уҡыуын юғары уҡыу йорттарында дауам итте. Уҡытыусыларыбыҙҙы яратҡанға күрәлер, ошо һөнәрҙе һайлаусылар ҙа байтаҡ.
Беҙҙең класс ҡыҙҙары һәм егеттәре шул тиклем берҙәм һәм шәп булды. Уҡыуҙа ла, эштә лә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ, бер-беребе:ҙгә ярҙам иттек. Уҡыуҙан һуң да аралашып торабыҙ. Беҙҙең быуын балаларына илдә барған төрлө үҙгәрештәрҙе күрергә тура килде. Әммә беребеҙ ҙә юғалып ҡалманы, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапты, матур итеп донъя көтә, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша. Донъя булғас төрлө хәлдәр була. Ҡайһы берҙәребеҙ мәңгелек йорттарына күсте, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Беҙ уларҙы ла онотмайбыҙ. Осрашҡан һайын уларҙы иҫкә алабыҙ. Әйткәндәй, тәүҙәрәк биш йыл һайын осраша инек, әммә аҙаҡ һирәгәйҙе. Хәҙер йыл һайын осрашып торорбоҙ, тип уйлайбыҙ. Хәҙер класташтарымдың бөтәһе лә хаҡлы ялда. Шулай булһа ла әүҙем тормош алып баралар, бер эштән дә ситтә ҡалмайҙар.
Быйыл беҙҙҙең мәктәпте тамамлауға ярты быуат. Ышанырлыҡ та түгел. Ошо мөһим датаны билдәләгәндә, беҙгә белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерге килә! Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ - Фәһимә Һаҙый ҡыҙы, Ләлә Барый ҡыҙы, математиканан белем биргән Сәлимә апабыҙ, Тәскирә Һиҙиәт ҡыҙы, матурлыҡ өлгөһө - Карелияның аҡ ҡайындар иленән ҡояшлы Башҡортостанға килгән Надежда Николаевна, һәм, әлбиттә, беҙҙең класс етәксебеҙ - Миңлегөл Зәйнулла ҡыҙы! Беҙ - уның тәүге ҡарлуғастары. Һеҙҙең тәрән белемегеҙ, бай тәжрибәгеҙ, балаларға булған һөйөүегеҙ, педагогик һәләтегеҙ беҙҙең йәш күңелебеҙгә мәрхәмәтлелек, изгелек орлоҡтарын һалып, тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа, дөрөҫ юл табырға ярҙам итте, тип ышаныслы әйтә алам. Һеҙгә ныҡлы иҫәнлек, оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ.
Класташтарыма ныҡлы иҫәнлек, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы теләйем. Алда тағы ла матур осрашыуҙар көтөп торһон!
Маһинур ХӨБӨТДИНОВА. Фото автор тарафынан бирелде.