

Ауыл хужалығында эшләү күп көс, сабырлыҡ һәм тырышлыҡ талап итә. Һәм крәҫтиән-фермер хужалығы башлығына һәр эштә балалары һәм туғандары ярҙам итә. Бер-береһенә ярҙам итеп йәшәгәс, Рәжәповтарҙың донъялары матур, етеш. Быйылғы сәсеү эштәрен тамамлау менән ул туғандары һәм балалар өсөн һабантуй ойошторорға ҡарар итә. Ислам динендәге иң ҙур байрамда шуға ниәтләп ҡорбан сала һәм ҡунаҡҡа ағай-энеләрен, күп балалы ғаиләләрҙе һәм ауылдың уҡыусы балаларын саҡыра.
Байрам Табылды ауылының Ерекле шишмәһе янында үтә. Һабантуй балалар өсөн ойошторолһа ла, ололар ҙа саҡырыла. Байрамдың иң оло ҡунағы Венер ағайҙың әсәһе Райхана Файзрахман ҡыҙы була. 88 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Райхана инәй теремек, әүҙем. Уның 10 ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәһе бар!
Иң тәүҙә Венер ағай ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, уларҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Байрамға Резеда Заһман ҡыҙы тәмле аш, былау бешерә. Байрамға килгәндәрҙең һәр ҡайһыһы төрлө тәмлекәстәр алып килә.
Һабантуйҙы уйынһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Халҡыбыҙҙың төрлө милли уйындарында балалар менән өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнашып, күңел асты, сәмләнеп уйнаны. Ә матур бүләктәр балаларҙың кәйефен күтәрҙе. Һуңынан яланға ашъяулыҡтар түшәп, барыһы ла тәмле аш, былау һәм башҡа милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттеләр, самауыр сәйе эсте. Балалар һәм ололар бейеп, йырлап, уйнап, күңел астылар.
Ошо сараны ойоштороусы Рәжәпов Венер барлыҡ килгән ҡунаҡтарға бәхет, шатлыҡ, иҫәнлек-һаулыҡ теләп, ваҡыт табып ҡунаҡҡа килгәндәре өсөн рәхмәт белдереп тамамланды был ҙур матур байрам.
Бер осрашыу үҙе бер ғүмер тиҙәр беҙҙең халыҡта. Байрамда ҡатнашҡандарҙың һәр ҡайһыһы бик матур тәьҫораттар алып, киләсәктә лә осрашып торорға яҙһын, донъялар тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын тип таралышты.
Люциә ФӘЙЗУЛЛИНА. Фотолар автор тарафынан бирелде.