+24 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
21 Августа 2025, 10:45

Бөгөн - кесе йома

Ислам динендә йома көнөн  аҙнаның иң мөбәрәк көнө тип һанала. Кесаҙна көн, ҡояш батыу менән, йома башлана. Мосолмандар был кисте  доғалар уҡып үткәрә, бигерәк тә әруахтарға бағышлап уҡыла.  Риүәйәттәрҙә буйынса, тап кесаҙна кис уҡыла торған доға бар. Уны  кесе йома доғаһы тип тә йөрөтәләр.

 КЕСАҘНА КИСЕ ДОҒАҺЫ. Риүәйәттә Иблис ғәләйһи ләғәнә әйтте :"Бер доға белермен, КЕСАҘНА КИСЕНДӘ уҡырмын уны һәм Ожмахҡа керермен. Хаҡ Тәғәлә һәр кесаҙна кисендә ул доғаны оноттора. ҺӘР КЕМ БЫЛ ДОҒАНЫ КЕСАҘНА КИСЕНДЭ УҠЫҺА, Һаҡ Тәбәрәк үә Тәғәлә хәҙрәттәре тарафынан был доға бәрәкәтендә ғәфү ителеү өмөтө бар: Бисмилләһи - рахмәәнир - рахиим. Ләә иләәһә илләәл - лааһүл-мәликүл - жәббәәр. Ләә иләәһә илләәл-лааһүл-ғәзиизүл-ғәффәәр. Ләә иләәһә илләәл-лааһүл-үәәхидүл-ҡәһһәр. Ләә иләәһә илләәл - лааһүл - мәликүс - сәттәр. Ләә иләәһә илләл-лааһүл - кәбиирүл - мүтәғәәл. Ләә иләәһә илләл-лааһү Мүхәммәдүр - расүүлүл-лаһи үә хәбиибүһү үә нәхнүл - ләҙии ғәзизү - үә султаанүкә ҡааһирү - үә әмрүкә - ғасайникә фии сәүәәдил-ләйли үә джәәһүкә ғаалибү - үә әнтә ғәләә күлли шәй-иң - ҡадиир. Лә хәүлә үә ләә ҡүүүәтә илләә билләһил - ғәлиййүл ғаҙиим.Бирахмәтикә йәә әрхәмәр - раахимиин. 

Дини календарҙан.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас