

Аллаһтың илсеһе үҙенең тыуған көнөн үҙе лә ҙурлаған һәм Аллаһҡа рәхмәтен белдереп, ул көндө ураҙа тотоп үткәргән (Мөслим хәҙисе).
Аллаһ Тәғәлә, «Әл-Әхзәб» сүрәһенең 56-сы аятында: «Аллаһ Үҙе үә фәрештәләре пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә салауат әйтәләр. Әй, мөьминдәр, һеҙ ҙә пәйғәмбәргә салауат үә сәләм еткерегеҙ», – тип бойора. Мәүлит – бар илдәрҙең дә дини ғалимдары һәм мосолмандары хуплаған ғәмәл. Мөхтәрәм йәмәғәт, әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә үҙе үк Ҡөрьәндә салауат әйтергә ҡуша икән, барыбыҙ ҙа һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһиссәләмгә салауаттар әйтеп, доғалар ҡылып, нәфел намаҙҙары уҡып, бөтә мәсеттәребеҙҙә лә Мәүлит байрамын күркәм итеп үткәрәйек! Һеҙҙең иғтибарға бер нисә мөнәжәт тәҡдим итәбеҙ.
Тәнзилә әбей мөнәжәте
Ата-әсә, әбей-бабай,
Барса ырыу атлар, шәп булһын!
Аш-һыу әҙерләп йөрөүселәргә
Беҙҙән күп һауап булһын.
Ҡарайым яҡты йөҙөгөҙгә,
Ниндәй теләктәр теләйем һеҙгә?
Теләгегеҙ ҡабул булһа,
Шатлыҡ тула күңелегеҙгә.
Беҙҙе ҡәҙер-хөрмәт итеп,
Үҙең дәүләт эшеңдә ҡал.
Туғандарҙан донъя алдың,
Йәннәттәрҙән өлөш алдың.
Әбейҙәрҙе, ҡарсыҡтарҙы
Йыйып хөрмәт иткән өсөн,
ХаҡТәғәлә насип итһен
Ике йыһан дәрәжәһен.
Йәннәтегеҙ тыныс булһын,
Кәсебегеҙ хәләл булһын,
Ғүмерегеҙ оҙон булһын,
Беҙҙән фатиха шул һеҙгә.
Яҡшы теләктәр теләйек,
Теләктәрегеҙ ҡабул булһын.
Хаҡ Тәғәлә барыбыҙҙы ла
Йәннәттәрҙә күрештерһен.
Доғаларығыҙ ҡабул булһын,
Ғүмерегеҙ оҙон булһын,
Был йорт нур менән тулһын,
Был мәжлестә булғандарға
Һигеҙ ожмах насип булһын!
Был донъя шулай беҙҙе хур итте:
Зифа буйҙарҙы гүргә керетте
Был донъя шулай беҙҙе алданы:
Атай-бабайҙар береһе ҡалманы.
Үтте ғүмерҙәр, һүнде күңелдәр,
Беҙҙе ҡаплай бит ҡара ерҙәр.
Ғүмерҙәр уҙа, кешеләр туҙа,
Әжәлдәр килһә, ҡулдарын һуҙа.
Был донъяны беҙ күреп туймайбыҙ,
Фани булғанға мәңге тормайбыҙ.
Эй, илаһым, ҡаты буласаҡ,
Ҡылған эштәрҙе ныҡ һораясаҡ.
Йыйған малдарын, йыйған йорттарын,
Ваҡыттар етһә алып ҡала алмаҫ
Ул һәм ҡыҙҙарым.
Йән сыҡмаҫ борон «Йасин» сығығыҙ
Шәһәҙәт әйтеп доға ҡылығыҙ.
Йән сыҡҡан саҡта тыныс тороғоҙ,
Ҡөрьәнгә ҡарап хәйер бирегеҙ.
***
Уҡы иртән намаҙыңды,
Алырһың һин бик күп һауап.
Үлеп ҡәберҙәргә керһәң,
Күрмәҫһең һин һис бер ғазап.
Әй, Хоҙайым! Үҙең һаҡла
Шайтан вәсвәсләренән.
Зикер, тәсбих, тәһрәттәрҙе
Уйла, бәндә, үләһеңде,
Ҡара ергә керәһеңде.
Ҡара ер аҫтына кергәс,
Ней яуаптар бирәһеңде.
Уйла, бәндә үләһеңде,
Ҡара ергә керәһеңде.
Бәндәләр үҙҙәре ғүмер
Һаман ғәфләттә ятып,
Ҡаты булған ғазаптарҙы
Бәндә үҙе ала һатып.
Үлем, үлем тип әйтәһең,
Үлем тора янығыҙҙа.
Әжәлең ваҡыты етһә,
Алып ҡала алмаҫһығыҙ ҙа.
Иман тигән шәриф нимә,
Һаҡлауҙары бик ауыр.
Ҡәбәхәтле телең булһа,
Шайтан иманың алыр.
Ҡыҙыҡмағыҙ хәрәм малға,
Ауыр булыр хисаптары.
Ялбарығыҙ бер Аллаһҡа
Ғәфү ҡылыр.
Үҙең сәләмәт сағыңда
Ҡыла күрең ғәмәлдәрең.
Ҡартайғас ҡына күрһәң
Зәғифләнә бәндәләрең.
Әжәлең ваҡыты етәр,
Нурлы йөҙөң нуры китәр.
Шул ваҡытта шайтан мәлғүн
Баш осоңа килеп етәр.
Хоҙайҙың бойроғон тотһаң,
Рәсүлдең сөннәтен тотһаң,
Хоҙай үҙе насип ҡылыр,
Һәр бер фараздарын тотһаң.
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын
Дәфтәрҙәр шишмәһен
Хоҙайым һаҡлаһын ҡулдан,
Айырмаһын иманымдан,
Рәхим ҡылһын үҙе Аллам.
Әәмиин!
Шәкәр ауылында Ғирфанова Тәнзилә Әхмәтйән ҡыҙынан 2012 йылда яҙып алынған.
(Г.Ғ.Ҡолһаринаның
«Халыҡ ижады мәңгелек хазина» фольклор
текстары
йыйынтығынан.)