

Юғалтыу
Тормош иптәшемде юғалттым,
Мәңгелеккә уны оҙаттым.
Күңелем һыҙлай эстән туҡтауһыҙ,
Күҙ йәштәрем аға һорауһыҙ.
Ышаныслы ғаилә башлығы,
Изге, ярҙамсыл, ғәҙел, яуаплы.
Бар яҡлап та булдың һин уңған,
Яҡшы ир, атай һәм туған.
Оҙатырға һуңғы юлыңа,
Ауылдаштар дәррәү килделәр.
Ҡәҙер - хөрмәт ысын күңелдән,
Урының булһын йәннәт түренән.
Юҡһынабыҙ һине көн һайын,
Түҙеп тороуҙары, аһ, ҡыйын.
Тыныс йоҡла, Кәрим, бәхил бул,
Онотмайбыҙ, һин иҫтәһең гел.
Ҡатыны Шәһүрә, балалары.
Күндерәк ауылы.