+5 °С
Облачно
ВКОК80 лет Победы
Все новости
Общие статьи
1 Сентября 2025, 09:30

Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын!

Хөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр, ҡәҙерле балалар! Белем көнө – яңы уҡыу йылы башланыу менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын!
Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын!

Белем көнө, бала саҡ хәтирәһе булып, һәр беребеҙҙең күңел түрендә һаҡлана торған көн ул. Ап-аҡ таҫма бәйләгән, ҡулдарына кескәй портфель тотҡан уҡыусылар тәүге тапҡыр белем йорто тупһаһына аяҡ баҫа, беренсе уҡытыусылары менән осраша, көмөш ҡыңғырау тауышын ишетә.
Яңы уҡыу йылында балалар яңы белемдәр туплаһын, ҡыҙыҡһынып уҡыһын, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһен! Хәстәрлекле уҡытыусыларыбыҙға иһә яңы һөнәри уңыштар, илһам теләйбеҙ, яратҡан эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып эшләргә насип булһын!
Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!
Р.К.РАХМАНҒОЛОВ,
Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы.

Автор: Мунира Аглиуллина
Читайте нас