Юҡҡа ғына шулай әйтелмәгәндер.Ер йөҙөндәге тыныслыҡҡа,өстәлдәге икмәккә дан йырлайбыҙ.Эйе,Икмәк – кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң оло исем, сөнки ул йәшәү сығанағы. Шуға ла беҙҙе бәләкәйҙән әпәкәйгә ихтирам менән ҡарарға, уның валсығын да иҙәнгә, ергә төшөрмәҫкә өйрәттеләр. Икмәк – иң боронғо ризыҡ, тик ул бөгөн дә үҙенең тәмен, туҡлыҡлылығын юғалтмай. Һәр ғаиләлә күкрәккә терәп киҫерлек хуш еҫле әпәкәй булһын, атай-әсәй уның хаҡын балаларына аңлатһын, ә йәш быуын ошо икмәктең өҫтәлгә килтереп еткереү өсөн күпме кешенең ни тиклем көс түгеүен белеп үҫһен ине. Икмәк—ил байлығы, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Кешене туйындырып тороусы төп аҙыҡ ул. Шуға ла электән уны үҫтереүселәр—игенселәр хеҙмәте оло баһаланған. Икмәк ашамай бер көн дә тора алмайбыҙ, сөнки унһыҙ тамаҡ туймай. Уның ҡәҙерен айырыуса аслыҡты кисереүселәр яҡшы аңлай. Ул дәүерҙәр ҡабатланыуын һис теләмәйбеҙ, әммә йәш быуынға икмәк ҡәҙерен аңлатыу, уны ололарға өйрәтеү—беҙҙең бурыс.
Шуға ла икмәк тураһында бик күп мәҡәлдәр бар. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре.
Икмәк – ил байлығы.
Икмәктән оло булма.
Икмәк аша атлама.
Икмәктең валсығын да ергә ташлама.
Икмәк сәйнәмәйенсә йотолмай.
Икмәк-тоҙҙан баш тартма.
Икмәкте хурлама, ҙурла.
Икмәктән оло аш юҡ.
Ил ҡеүәте — икмәктә.
Икмәк — илдән, һыу — күлдән.
Икмәк юлда йөк түгел.