

Табылды ауылында өс урам. Уларҙың һәр береһенән алдан ойоштороусылар һайлана. Шулай итеп, Комсомол урамынан Зөбәржәт Мәжитова, Салауат Юлаев урамынан – Фәйрүзә Ғайсина, Тау урамынан - Земфира Байғужина билдәләнә һәм улар был яуаплы эште бик оҫта итеп башҡара. Программа буйынса һәр командаға күргәҙмә әҙерләргә һәм иң ҙур йәшелсә - ҡабаҡ, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, шулай уҡ ҡул эштәре тәҡдим итергә.
Һәм, бына иртә менән ауыл мәҙәниәт йорто алдында дәртле музыка яңғырай. Сағыу итеп биҙәлгән майҙан ауыл халҡын саҡырып тора. Арып барыусы Фирүзә Хөсәйенова сараны асыҡ тип иғлан итә. Артабан мәртәбәле ҡунаҡтар - район Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тайғонова, Күндерәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Земфира Ишембәтова барыһын да байрам менән ҡотлап, конкурста еңеү теләне.
Байрамды шул тиклем ҡыҙыҡлы, сағыу эштәр тәҡдим ителде, һәр кем тырышҡан. Зөбәржәт Мәжитова, Фәнүзә Зәһиҙуллина, Светлана Яхина, Люциә Абдрахманова, Рәуилә Дауытова, Айгөл Рәжәпова, Фәйрүзә Ғайсина, Хәлиҙә Хужина, Гөлшат Дауытова, Зиләрә Рәхимова, Фәйзә Вахитова, Гөлсөм Кантюкова, Ләйсән Баһауетдинова, Шәүрә Яхина, Зөлфиә Вахитова, Айнура Хөсәйенова, Зинира Батыршина, Земфира Байғужина, Венера һәм Эльвира Байғужиналар, Зәриә Мөхәмәтова, Флүрә Вахитова бар фантазияларын эшкә егеп өҫтәл әҙерләгән. Ябай йәшелсәләрҙән улар матур гөлләмәләр һәм пейзаждар, төрлө скульптуралар, һындар яһаған. Был эштәр араһында иң яҡшыларын һайлап алыу еңел булмай, уларҙың һәр береһе күҙҙең яуын алып тора.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ була һуң? Сараның музыкаль өлөшөндә Радмир Вахитов, Фәйрүзә Ғайсина, Айҙар Байғужин, Венера Байғужина, Фәнирә Латипова сығыш яһаны. Программа буйынса һәр урам «Иң матур Көҙһылыу» бәйгеһенә көҙ батшабикәһен тәҡдим итергә тейеш була. Рәүилә Дауытова, Фәйрүзә Ғайсина, Венера Байжуғина үҙ фантазияһын эшкә егеп бик матур костюм әҙерләгән. Һәр костюм уҙенсәлекле ине.
Гөлсирә менән Юнир Вахитовтар иң ҙур ҡыҙыл сөгөлдөр менән кишер үҫтергән. Резида менән Венер Рәжәповтарҙың баҡсаһында 51,1 килограмлы ҙур ҡабаҡ үҫкән. «Ҡышҡы турама» бәйгеһендә Салауат Юлаев урамының уңғанбикәләренә етеүсе булманы. Улар 17 төрлө турама ҡуйған ине күргәҙмәгә!
Һуңынан көҙ темаһына бәйле төрлө уйындар уйнап, бер аҙға булһа ла донъя мәшәҡәттәренән ял итеп, байрам сәйе эсеп, матур байрамдан дәрт алып, киләһе йылда ла уңыштарға һөйөнөп, именлектә йәшәргә яҙһын тигән теләктәр ишетелде. Байрамда урамдары данын яҡлар өсөн ваҡыт табып, күп көс һалған , өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәт белдереп, дәрт дарманығыҙҙы һүндермәй, тағы ла алдағы байрамдарға көс йыйып, яңы идеялар туплап, татыу, берҙәм булып йәшәргә, киләһе байрамдарҙы ла тыныс, аяҙ күк аҫтында ҡаршыларға яҙһын, афариндар, беҙ айыҡ тормош яҡлы, тигән теләктәрен белдерҙе табылдылар. Уларға ижади уңыштар һәм республика кимәлендә уңыштар теләйбеҙ.