

19 октябрь - ҡоро ҡар төшкөләһә, киләһе йыл йәйе йылы, уңыш мул булыр.
20 октябрь - ағаста япраҡтар ҡойолоп бөтмәйсә ҡар яуһа, тиҙҙән иреп бөтөр.
21 октябрь болоттар ергә һалынып торһа, тиҙҙән һыуытыр.
22 октябрь түбәләрҙә боҙбар- маҡтар күренһә - көҙ китергә ашыҡмай тигән һүҙ.
23 октябрь көнө айҙы күҙәтәләр. Әгәр "мөгөҙө" төньякка ҡарап тора икән, тиҙҙән һыуыҡтар етәр. Көньяҡҡа ҡараһа - бер аҙна йылы торор. Көнсығыш йәки көнбайышҡа йүнәлһә - көслө һыуыҡ ел көтөгөҙ.
24 октябрь иртән ҡар осһа, ҡыш һыуыҡ килер.
25 октябрҙә йондоҙҙарға ҡарай- ҙар. Улар яҡты яналар икән - һыуыта, тоноҡ икән - епшек ҡарға, зәңгәр төҫ менән балҡып янһалар - ҡар көтөгөҙ. Балҡыусы йондоҙҙар бик күп икән, киләһе йылға борсаҡ уңыр.
26 октябрь көньяҡтан тиҙ-тиҙ ағыусы болоттар йә ямғыр, йә ҡар алып килә.
27 октябрҙә аяҡҡа эйәрерлек бысраҡ икән, 4 аҙнанан ысын ҡыш килер.
28 октябрҙә - аяҙ күктә ай ҙур алҡалар менән кәртәләнә икән - һыуыҡтарға, әгәр түңәрәктәр ҡыҙыл булһа - ел һәм ҡарға ишара.
29 октябрҙә ер яртылаш япраҡ, яртылаш ҡар менән ҡаплана.
30 октябрҙә ямғыр яуһа - ҡыш һыуыҡ килер. Аяҙ булһа, йылы ҡыш көтөгөҙ.
31 октябрҙә айҙы күҙәтәләр. Әгәр мөгөҙө төньяҡҡа ҡараған, ә болоттар көньяҡҡа табан йөҙә икән, яҡын көндәрҙә яуым- төшөм көтөлмәй. Әгәр "мөгөҙө" көньяҡҡа ҡарап, болоттар төньяҡҡа табан юл алһа, ноябрҙе илаҡ көндәр башлай.
https://hakmar.ru/news/novosti/2025-10-01/oktyabr-ayyna-haly-ynamyshtary-4409077?ysclid=mgubs9ph49812398218