

Тәүҙә тамыраҙыҡты яҡшы итеп йыуырға кәрәк. Ҡойроғон ҡырҡмағыҙ.
Әгәр магазинда сөгөлдөр һатып алһағыҙ, уртаса ҙурлыҡтағыһын һайлағыҙ. Улар тәмлерәк һәм тиҙерәк әҙерләнә.
Сөгөлдөрҙө тиҙ әҙерләү ысулы:
сөгөлдөрҙө ҡайнар һыуға һалабыҙ;
көслө утта ҡапҡасыһыҙ бешерәбеҙ;
ҡайнағандан һуң ике минут үткәс, һыуға икмәк ҡатыһы өҫтәйбеҙ – был сөгөлдөр еҫенең таралыуын булдырмаясаҡ;
15 минут көслө утта бешерәбеҙ һәм кәстрүлде плитанан алабыҙ;
эҫе һыуҙы түгәбеҙ, һәм сөгөлдөр бешкән һауытҡа 15 минутҡа боҙло һыу ҡойоп ҡуябыҙ.
Әҙер! Бер аҙҙан сөгөлдөрҙө ғәҙәти ысул менән тиреһенән таҙартабыҙ. Эш шунда: киҫкен һыуыҡ эҫелекте сөгөлдөрҙөң эсенә ҡыуып индерә, шуға күрә ул әҙерлеккә бер ниндәй ҙә бешереүһеҙ барып етә.
Кәңәш. Сөгөлдөрҙө духовкала ла бешерергә мөмкин. Бының өсөн һәр тамыраҙыҡты фольга менән уратып алығыҙ (2-3 ҡатлам), рәшәткәгә һалығыҙ һәм йәшелсәнең ҙурлығына ҡарап 190 градуста 60-90 минут самаһы бешерегеҙ. Был ысул менән сөгөлдөр һыуға үҙенең төҫөн һәм тәмен бирмәй, һутлы була.
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2025-10-21/s-g-ld-r-nisek-itep-15-minutta-besherep-alyr-a-4434926