

Илдең күпселек өлөшө ысын яҙғы йылылыҡты тоясаҡ. Был тенденцияны синоптик тотороҡло тип атай: ул йылдан-йыл күҙәтелә. Мәҫәлән, 2026 йылдың февралендә температура норманан юғарыраҡ, ә алдағы мартта уртаса температуранан 2-3 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.
Хәҙерге климат моделдәрендә бындай сценарийҙың тормошҡа ашыу ихтималлығы 67 процент тәшкил итә — бер нисә ай алдан күҙаллау өсөн бик юғары күрһәткес. Был фараз ғына түгел, ә глобаль мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән иҫәпләү: океан температураһы, поляр боролоштар торошо, атмосфера ағымдары. Шул уҡ ваҡытта белгестәр локаль аномалияларҙы ла кире ҡаҡмай.
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2025-11-04/byyyl-y-ysh-i-y-a-y-bula-4452297
Присоединяйся к нашему каналу в MAX по ссылке: https://max.ru/stbrodniki