

Дауалау курсына 100 грамм ҡоро әрем етә. Әҙерләнгән ҡоро әремде ҡул менән ыуып, дуршлаг аша үткәрергә. Иләктән үткәндәрен ҡоро килеш йоторға, ә дуршлаг аша үтмәй ҡалғандарын клизма, спринцлау, күҙгә, ҡолаҡҡа, танауға тамыҙыу йәки ауыҙҙы сайҡау өсөн төнәтмә әҙерләүгә китә.
Ни өсөн ҡоро әрем ҡулланырға тәҡдим ителә? Ул бөтә эсәк-ашҡаҙан тракты аша үтеп, бөтә участкаларҙы дауалаһын өсөн. Хатта миомалар ҙа бер ай дауаланғандан һуң юҡҡа сыға ала.
Әрем әсе һәм ағыулы. Ул тәнде унда булған төрлө зарарлы тере организмдарҙан таҙарта – трихомонадтар, хламидиялар, герпес, кандида, лямблиялар, эхинококк инфекцияһы. Әсе әрем менән дауалау курсы: тәүге өс көндә һәр 2-2,5 сәғәт һайын, ашау ваҡытына ҡарамаҫтан, ҡоро әремде бер семтем ҡабул итергә. Бер семтем ҡоро әремде ауыҙға һалып, төкөрөк менән һыуларға һәм һыу менән йоторға. Таҙартыуға бер юлы бөтә организм тоташа. Әремде ҡабул итеү араһындағы тәнәфестәр 2,5 сәғәттән артмауы бик мөһим. Был өс көн төндә лә әрем эсәләр. Артабанғы дүрт көндө көнөнә 5-6 тапҡыр ҡабул итәләр. Төндә ҡабул итергә кәрәкмәй.
Ете көн дауамында ҡаты диета тотоу мөһим. Хайуан һәм балыҡ аҙыҡтарын, һөт ризыҡтарын, йомортҡаларҙы, кондитер изделиеларын бөтөнләй алып ташларға. Спиртлы эсемлектәр эсмәү һәм тәмәке тартмау кәңәш ителә. Был көндәрҙә йәшелсә, емеш-еләк, сәтләүек, ярма, үҫемлек майы ашарға кәрәк. Икмәкте бер ашағанда 200 граммға тиклем сикләргә, өҫтәүенә яңыһын түгел, ә киптерелгәнен ашарға кәрәк. Диетаһыҙ әрем терапияһы бөтә көсөнә эйә булмаясаҡ.
Терапия ваҡытында хәлһеҙлек һәм бар булған йәки йәшерен ауырыуҙарҙың сиратлап киҫкенләшеүе, бер ни тиклем ваҡытҡа ҡабырға йәки быуындар ҙа ауырыуы ихтимал. Был тәрән таҙартыу тураһында һөйләй. Иҫкәртеү өсөн йылына ике тапҡыр — яҙ һәм көҙ дауалау курсын үткәрергә мөмкин.
ИҒТИБАР! Йөклө ҡатындарға был дауаны ҡулланыу тыйыла.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-11-11/rem-terapiya-yn-nisek-bash-aryr-a-4460768