+24 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
18 Ноября 2025, 04:18

Баландан ҡайнатма

Балан ризыҡтарын яратмаған кеше юҡтыр. Бәлеше лә, повидлоһы ла һәр табындың йәме. Быйыл ул бигерәк тә мул булды һәм һутлы булып беште. Һеҙҙең иғтибарға унан повидло эшләү рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Баландан ҡайнатмаБаландан ҡайнатма
Баландан ҡайнатма

Бының өсөн баланды таҙартырға, йыуырға һәм бешерергә ҡуйырға кәрәк. Төбө көймәһен өсөн саҡ ҡына һыу һалабыҙ. Мәҫәлән, ике килограмм тирәһе баланға бер стакан самаһы өҫтәргә. Бешкәс, һыуынғандан һуң, баланды һөҙәбеҙ, шуға яҡынса ике килограмдан ашыу шәкәр ҡушып, 15-20 минутҡа ҡайнатырға ҡуябыҙ. Шәрбәтлерәк булһын, әсемәһен тиһәгеҙ, өс килограмм тирәһе шәкәр һалырға мөмкин. Ҡайнағандан һуң стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйырға була. Былай ғына ла һаҡларға мөмкин. Балан повидлоһынан бәлештәр ҙә бик тәмле килеп сыға.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-11-15/balan-povidlo-yn-eshl-nege-me-le-4468411

Автор:Алия Салихова
Читайте нас