+24 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
24 Ноября 2025, 04:49

Каким будет декабрь?

Синоптиктар декабрь айында Рәсәйҙең үҙәк, урта өлөшөндә күҙалланған һауа торошо менән таныштырҙы. Уларҙың фаразына ярашлы, беҙҙе йылы, әммә йонсоу, ҡарлы-ямғырлы декабрь көтә.  

Каким будет декабрь?Каким будет декабрь?
Каким будет декабрь?

Синоптиктар декабрь айында Рәсәйҙең үҙәк, урта өлөшөндә күҙалланған һауа торошо менән таныштырҙы. Уларҙың фаразына ярашлы, беҙҙе йылы, әммә йонсоу, ҡарлы-ямғырлы декабрь көтә.

Ҡыштың тәүге айының башында көндөҙгө һауа температураһы 0 градус тирәһендә тирбәләсәк, төндә -5 градусҡаса һыуытасаҡ, ти белгестәр. Декабрҙең беренсе ун көнлөгө аҙағына, айҙың уртаһына ҡарай көндөҙ яҡынса -5, төндә – 8...10 градусҡа ткилем һыуытыуы күҙаллана.

Дөйөм алғанда, ай дауамында -30 градуслыҡ сасҡау һыуыҡтар көтөлмәй. Әммә йылы һауа торошо була тип ҡыуанырға иртәрәк, сөнки көндәр йонсоу, яуым-төшөмлө торасаҡ. Ай дауамында ҡояшлы, аяҙ көндәр бик һирәк буласаҡ, ти синоптиктар.

https://bashgazet.ru/news/ekologiya/2025-11-23/dekabr-nisek-kiler-4478541

Автор:Алия Салихова
Читайте нас