Йола буйынса, сараны Ҡабыҡҡыуыш ауылы имам-хатибы Мансур Сөйәрғолов Ҡөрьәндән сүрәләр уҡып башланы. Артабан Хәлекәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Филүс Баһауетдинов ауылда башҡарылған эштәр тураһында доклад менән сығыш яһаны. Филүс Самат улы һүҙҙәре буйынса, Әмир ауылы үҙәге ыңғай яҡҡа айырыуса ҙур үҙгәрештәр кисерҙе, унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар хөрмәтенә стела ремонтланған, бында йыш ҡына территорияны төҙөкләндереү буйынса өмәләр үткәрелә, мәсеттә тамбур төҙөлгән, ауыл биләмәһендә бөтә алты зыяратта ла ихаталар яңыртылған һәм башҡа күп эштәр.
Артабан БР Мосолмандары диниә назаратынан район имам-мөхтәсибе Ғәлинур Шиһабетдинов сығыш яһаны, ул имамдарҙың социаль функцияларына туҡталды.
- Беҙҙең төп бурысыбыҙ кешеләргә ислам тәғлимәттәрен еткереүгә, ауылдаштар өсөн рухи лидерҙар булып хеҙмәт итеү, шулай уҡ административ һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү. Башлыса никах, исем ҡушыу кеүек йолалар үткәрәбеҙ, кешене һуңғы юлға оҙатҡанда ҡатнашабыҙ. Бындай сараларҙа беҙгә диндең өҫтөнлөктәре тураһында йышыраҡ һөйләргә кәрәк. Бөгөн беҙҙә мөмкинлектәр күп - мәсет ишектәре асыҡ, унда ислам нигеҙҙәре буйынса уҡыу ойошторорға мөмкин. Ҡатмарлы дини шарттарҙа беҙ, имамдар, йәмғиәттә тыныслыҡты һаҡлау, кешеләрҙе дөрөҫ юлға йүнәлтеү, дөрөҫлөктө ялғандан, тыйылғандан рөхсәт ителгәндән айырырға өйрәтеү өҫтөндә даими эшләргә тейешбеҙ. Был бик мөһим, сөнки хәҙерге ваҡытта дини йүнәлештәр һәм секталар күп. Тиҙҙән изге Рамаҙан айы етә һәм мәсеттәрҙә туғандар һәм балалар менән ифтар үткәрергә мөмкин була. Бының менән ата-әсәләр балаларын ислам ҡанундарға өйрәтә, дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙә, йолаларҙа ҡатнаштыра, Аллаһ Тәғәләгә яҡынайырға мөмкинлек бирә. Был йәһәттән беҙ йәмғиәттә өлгө булып торорға тейешбеҙ. Кешеләр араһында абруй ҡаҙанырға пәйғәмбәребеҙ тормошонан миҫал алырға бурыслыбыҙ.
Район Советы секретары Айгөл Мусаҡаева мәсеттәрҙе документаль рәсмиләштереүгә һәм имамдарҙың аккредитация срогының тамамланыуына иғтибарын йүнәлтте. Бөгөнгө көндә районда 26 мәсеттең 12-һе генә тулыһынса документаль рәүештә рәсмиләштерелгән, ҡайһы берҙәренең бинаһы ла, ере лә рәсмиләштерелмәгән. Шуға күрә бөтәһенә лә документтарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының Стәрлетамаҡ төбәк - ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре бүлегенең өлкән инспекторы Зинфир Ханнанов дини учреждениеларянғын хәүефһеҙлегенә иғтибар бирҙе, сөнки ағымдағы йылда республикала бер нисә мәсет янғын һөҙөмтәһендә зыян күрә.
Семинарҙың һуңғы өлөшөндә район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов сығыш яһаны. Рөстәм Камил улы ауыл биләмәләре башлыҡтарынан имамдарға документтар әҙерләүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны, уларҙың аныҡ һорауҙарына яуап бирҙе. Семинарҙан һуң йыйылыусылар ауыл үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙәргә арналған мемориал комплекста, ауыл зыяратында булды.
Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.