Рәжәб айындағы беренсе йомаһында — Рәғәиб кисе (быйыл 25/26 декабрь), 26 рәжәб — Миғраж кисе (15 ғинуар 2026 йыл) була. Рәжәб айы мосолмандарҙа кесе хаж - Ғөмрә айы булып та һанала. Ғәрәптәр элек-электән был айҙы ураҙа тотоп, ҡорбандар салып үткәрә торған булған. Төрлө һуғыштарға һәм яу сабыуҙарға сик ҡуйылған. Рәжәб айын сәсеү айы тип тә һанайҙар. Шағбан иһә шул сәскәнгә һыу һибеү, тәрбиәләү айы.Рамаҙан айы шул ғәмәлдәр өсөн рәхмәттәр алыу айы. Йәғни был өс ай үҙ-ара бик тығыҙ бәйле.
Был ай - "һаңрау" ай. Бәндәләрҙең гөнаһтары хаҡында Аллаһ Тәғәлә ишетеп бармай, рәхмәт-бәрәкәттәре яуып тора.
Был айҙа Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдең ата-әсәһе никахҡа инә, ошо уҡ айҙа Пәйғәмбәр с.ғ.с миғражға аша.
Республика баҫмаларынан.