

Ғәҙәттәгесә, был мәлдә беҙ үткәндәргә йомғаҡ яһайбыҙ һәм киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Әйтергә кәрәк, үтеп барған йыл район өсөн ябай булманы, әммә беҙ уны лайыҡлы һөҙөмтәләр менән тамамлайбыҙ. Иҡтисадта, социаль сәйәсәттә һәм башҡа өлкәләрҙә ыңғай тенденцияларҙы һаҡлап ҡала алдыҡ. Һәр кем, мөмкинлегенә ҡарап, район үҫешенә үҙенең хеҙмәт өлөшөн индереп, уны тағы ла йәмлерәк итеүгә тырышлыҡ һалды. Һәм бөгөн ниәтләнгән эштәрҙе тормошҡа ашыра барып, намыҫлы эшләгән һәр кемгә тәрән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Яңы йылда ла һәр кемдең тормошон тағы ла уңайлыраҡ, ә йәмғиәтебеҙҙе татыуыраҡ итергә тырышайыҡ.
Киләсәккә өмөт, иртәгәһе көнгә ышаныс менән 2025 йылды оҙатабыҙ, ә 2026 йылдан сағыу ваҡиғалар һәм яңы ҡаҙаныштар көтәбеҙ. Киләһе йыл ижади һәм емешле хеҙмәт йылы, яңы үрҙәр яулау мәле булһын. Илдәр тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын! Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ яҡшы кәйеф, тыныслыҡ, мөхәббәт, иң изге хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, ғаиләләрегеҙгә татыулыҡ һәм именлек теләйбеҙ! Яңы 2026 йыл менән, дуҫтар!
Р.К.РАХМАНҒОЛОВ,
Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы.