+24 °С
Дождь
ВКОК
Общие статьи
15 Января , 09:40

Бөгөн - Миғраж кисе

Миғраж – ислам динендә ҡиммәтле һәм дәрәжәле мөбәрәк кистәрҙең береһе. Был төндә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күктәргә күтәрелгән, Аллаһ Тәғәлә әмере менән уға йәннәт һәм йәһәннәм күрһәтелгән.

 

Миғраж һүҙлектә баҫҡыс һәм юғары бер ергә күтәрелеү тигәнде аңлата. Миғраж – күккә күтәрелеү, Рәсүлүллаһҡа пәйғәмбәрлек биреүҙең туғыҙынсы йылында Рәжәб айының 27-се кисендә (быйыл 15нән 16 ғинуарға ҡаарата) була. Был мөғжизә унан башҡа һис бер пәйғәмбәргә бирелмәй. Ошо ваҡыттан алып мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз. Ләкин, күп кешеләр байрамды төрлө хөрмәтле көндәр, төрлө иҫтәлекле ваҡиғаларҙың даталары менән бутайҙар, һәм был көндө лә байрам көнө менән бутарға ярамай. Сөнки байрам көндәре ашау-эсеү, күңел асыу, ҡунаҡҡа йөрөү менән айырылып тора. Ә Миғраж кисенең асылы булып иҫтәлекле дата тора. Был кисте мосолмандарға, Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенә ышанып, гөнаһтарына тәүбә итеп, доға уҡып үткәрергә кәрәк. Был көндө ашамй-эсмәй тороу – 100 көн ураҙа тотоуға тиң.

Бөгөн - Миғраж кисе
Бөгөн - Миғраж кисе
Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас